Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Май 2023, 09:00

Бөрйәнгә яңы прокурор тәғәйенләнгән

Юстиция советнигы Андрей Ёлкин 5 йылға Бөрйән районы прокуроры итеп тәғәйенләнгән. Рәсәйҙең генераль прокуроры Игорь Краснов ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

Бөрйәнгә яңы прокурор тәғәйенләнгән
Бөрйәнгә яңы прокурор тәғәйенләнгән

Андрей Владиславович 1987 йылда тыуған, 2009 йылда “юриспруденция” специальносы буйынса Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлаған.

Республиканың прокуратура органдарында 2011 йылдың апреленән хеҙмәт итә. Ул Белорет район-ара прокуроры ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, урынбаҫары вазифаларын башҡарған.

Үҙенең хеҙмәт бурыстарын өлгөлө башҡарған өсөн Рәсәйҙең генераль прокуроры, Башҡортостан Республикаһы прокуроры тарафынан бер нисә тапҡыр хеҙмәте өсөн яҡшы яҡтан баһа алған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-24/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-naznachili-novogo-prokurora-3269902

 

Автор:Т. Баһауетдинова тәржемәһе
Читайте нас: