Граждандарҙың шәхси ҡатнашлығынан тыш ҙур процентҡа аҡса биргән микрофинанс ойошмалар бар. Мутлашыусылар һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе таба, ситтән тороп ҡына һеҙгә кредит юллай, мәғлүмәттәрегеҙҙе микрофинанс ойошмаһына тапшыра. Аҡсаны мутлашыусылар ала, ә һеҙгә кредит “аҫып ҡуялар”. Беҙҙең районда ла шундай осраҡ булды.
2021 йылдың 29 декабрендә гражданин Х., үҙенең Нonor 10 Lite маркалы кеҫә телефонын ҡулланып, Ауырғазы районында, аңлы рәүештә, сит кешенең мөлкәтен урлау маҡсатында, МКК “Академическая” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен албырғатып, гражданин Г. исеменән һәм уның шәхси мәғлүмәттәрен файҙаланып, 18 календарь көнгә 11 000 һумлыҡ ҡулланыусылар займы килешеүе төҙөй.
Килешеүҙәр һөҙөмтәһендә 2021 йылдың 29 декабрендә МКК “Академическая” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре гражданин Х-ға 11 000 һум аҡса күсерә.
Һөҙөмтәлә, гражданин Х. аҡса урлауға йүнәлтелгән енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашыра - аңлы рәүештә “Академическая” йәмғиәте ҡарамағындағы 11 000 һум аҡсаны урлай һәм үҙ теләге буйынса ҡуллана. Шуның менән “Академическая” йәмғиәтенә дөйөм суммаһы 11 000 һумлыҡ матди зыян килтерә.
Шулай итеп, гражданин Х. мутлашыу, йәғни алдау юлы менән башҡаларҙың мөлкәтен урлай, йәғни РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡыла.
Был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең дознание төркөмө тарафынан гражданин Х-ға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, Бөрйән районының мировой судына ҡарау өсөн ебәрелде.