Административ штраф иң таралған административ санкция булып тора һәм бер юлы бер нисә функция башҡара: яза биреү, превентив (иҫкәртеү) һәм компенсация.
Ләкин бурыслы кешеләр йыш ҡына штраф түләүҙән тайҡалау яғын ҡарай.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына ярашлы, штрафты административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штраф һалыу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң, йәки кисектерелгән ваҡыттан һуң, йәки бүлеп түләү ваҡыты үткәндән һуң 60 көн эсендә түләргә бурыслы. Штрафты күрһәтелгән ваҡытта түләмәгән өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ штраф һалыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: суд гражданинға ҡарата РФ КоАП-ның 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы административ штраф түләмәгән өсөн ниндәй генә ҡарар ҡабул итһә лә, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһындағы ҡарар менән тәғәйенләнгән тәүге штраф та түләнергә тейеш.