Унда алимент түләү мәсьәләләренә һәм балалар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы башҡарма производстволарҙың башҡа категорияларына айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Шулай уҡ суд приставтары граждандарҙың башҡа көнүҙәк һорауҙарына ла яуап бирәсәк. Мәҫәлән, әгәр коллекторҙар хоҡуҡтарын боҙһа, ни эшләргә, социаль түләүҙәрҙе нисек яҡлау һәм үҙҙәрен суд приставтары тип таныштырған мутлашыусыларҙан нисек алданмаҫҡа тигән һорауҙар, суд ҡарарҙары буйынса үтәлмәгән йөкләмәләр менән бәйле сикләүҙәр, бурыстарҙы ҡаплау ысулдары, алимент түләтеү буйынса башҡарма эштәр сиктәрендә бурыслыларҙы эшкә урынлаштырыу, өйҙән сыҡмайынса суд приставтары менән эш итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Граждандарҙы ҡабул итеү 6 апрелдә 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офисында үтәсәк.
Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 80.
Үҙең менән шәхесте йәки вәкәләттәрҙе раҫлаған документ алып килергә кәрәк. Алдан яҙылыу талап ителмәй.