Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Март 2023, 09:35

Белоретта – юл-транспорт һәләкәте

Бөгөн төндә Белорет районында балалар ҡатнашлығында юл фажиғәһе теркәлгән.  

Белоретта – юл-транспорт һәләкәте
Белоретта – юл-транспорт һәләкәте

Белорет районының Тирлән ауылында балалар ҡатнашлығында юл һәләкәте булған. Алты бала зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер бала һәләк булған. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 

"ВАЗ 2110" һәм "УАЗ" маркалы  еңел автомобилдәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәһенең сәбәптәрен әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай. Хөрмәтле дуҫтар! Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Руль артындағыларға ла, йәйәүлеләргә лә иғтибарлы булыу мөһим.

 

Автор:
Читайте нас: