Хеҙмәткәрҙе ришүәт алырға ҡоторторға маташыу ҙур штраф алыуға һәм хатта иректән мәхрүм ителеүгә килтереүе ихтимал.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, вазифалы кешегә шәхсән йәки аралашсы аша ришүәт биргән өсөн ришүәт суммаһының утыҙ тапҡырҙан алтмыш тапҡырға тиклем күләмендә штраф һалына йәки ришүәт суммаһының утыҙ тапҡырға тиклем күләмендә штраф менән һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм бындай осраҡтарҙа нисек эш итергә кәрәклеген яҡшы белә.
Автоинспекцияның патруль автомобилдәре видеотеркәү саралары менән йыһазландырылған, улар юлда ла, автомобиль салонында ла нимә барғанын теркәй.
Граждандың полиция хеҙмәткәренә ришүәт тәҡдим иткән яҙмаһы ғәйепләнеүсегә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше материалдарына беркетелергә мөмкин. Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм административ яуаплылыҡтан ҡасып ҡалырға маташып, вазифалы кешеләргә бүләктәр тәҡдим итмәҫкә саҡыра.