Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
17 Март 2023, 17:00

Өйһөҙ ҡалған

Бөрйән районы кешеһе бүләк итеү килешеүен яраҡһыҙ тип таныу тураһында дәғүәһе менән судҡа мөрәжәғәт итте. Дәғүәсе белдереүенсә, 2018 йылдың ғинуарында, ҡартлыҡ көнөндә үҙен һәм ҡатынын (әсәһен) ҡарар тигән өмөттә, ҡыҙына йортон һәм ер участкаһын бүләк иткән.

Өйһөҙ ҡалған
Өйһөҙ ҡалған

2022 йылға тиклем ҡыҙы, ысынлап та, ата-әсәһен ҡараған, бергә йәшәгән. Әсәһе үлгәндән һуң, атаһын өйҙән ҡыуып сығарған. Дәғүәсе өй бүләк итеп, уйламайынса эш иткәнен, ҡыҙы менән бергә йәшәрҙәр тип уйлап хаталанғанын аңлаған. Ул судтан бүләк итеү килешеүен яраҡһыҙ тип таныуын үтенде.
Яуап биреүсе судтан мөрәжәғәттең оҙаҡҡа һуҙылғанын иҫәпкә алыуҙы һораны. Суд эште ҡарап, дәғүәсенең бүләк итеү килешеүен төҙөгәндә шәхсән ҡатнашыуын, ғаризала дәғүәсене ҡарау тураһында ниндәй ҙә булһа шарттар булмауын күрһәтте.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 10-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Г. МӨХӘМӘТШИНА.
Читайте нас: