Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
17 Март 2023, 18:00

Эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен төҙөү ни өсөн мөһим?

Хеҙмәт килешеүе - хеҙмәткәр һәм ойошма араһында хеҙмәт мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килеүен, үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар булыуын раҫлаусы берҙән-бер документ. Әгәр хеҙмәт килешеүе булмаһа, был нимәгә килтереүе мөмкин...

Эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен  төҙөү ни өсөн мөһим?
Эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен төҙөү ни өсөн мөһим?

Әгәр хеҙмәт килешеүе булмаһа, был нимәгә килтереүе мөмкин:

- рәсми хеҙмәт стажы булмай;

- зарарлы производствола эшләү, әсәлек, инвалид бала тәрбиәләү менән бәйле эшкә яраҡһыҙлыҡ, отпуск аҡсалары, льготалар, һ.б. түләүҙәр булмай;

- һаулыҡҡа килтерелгән зыянды ҡаплауға, эш биреүсе мәнфәғәтендә тотонолған сығымдарҙы компенсациялауға хоҡуҡты суд ҡарарынан тыш тормошҡа ашырып булмай;

- үҙ-үҙеңде яҡлау хоҡуғы менән файҙаланып булмай, мәҫәлән, эш хаҡын түләмәгән осраҡта бурысты түләгәнгә тиклем уртаса эш хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләүҙе туҡтатып тороу;

- күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәки суд ярҙамында хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау дәлилдәр булмау сәбәпле ҡатмарлаша йәки бөтөнләй мөмкин түгел.

Хеҙмәт килешеүе булмаһа, эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булыу фактын суд аша ғына билдәләргә мөмкин. Бының өсөн хеҙмәт мөнәсәбәттәренең ғәмәлдә булыу ваҡытын һәм осорон, билдәле бер һөнәр йәки вазифа буйынса эш башҡарылыуын, хеҙмәткә түләү күләмен һәм тәртибен раҫлаусы дәлилдәр кәрәк.

Дәлилдәр яҙма рәүештә, мәҫәлән, наряд-заказ, юл ҡағыҙҙары, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләре менән танышыу журналдары, етәкселек менән яҙышыу кеүек һәм телдән, мәҫәлән, шаһиттарҙың күрһәтмәләре, шулай уҡ аудио, видеояҙмалар һәм башҡалар булырға мөмкин.

Дәлилдәрҙең булыуы - хеҙмәт хоҡуҡтарын тергеҙеү мөмкинлеген гарантиялау.

Автор:Р. Әминев, Бөрйән районы прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: