Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Февраль 2023, 13:00

Ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн яза ҡаты

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, ти бит мәҡәл дә.

Ағасты законһыҙ  ҡырҡҡан өсөн яза ҡаты
Ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн яза ҡаты

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең юстиция майоры Ә. Сәйфуллина етәкселегендәге тәфтиш төркөмө тарафынан РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 2-се бүлегенең “г” параграфында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса Ҡолғана ауылы кешеһенең Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығында законһыҙ ағас ҡырҡыу факты буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Енәйәт эшен тикшереү барышында үрҙә аталған енәйәтте ҡылыу һөҙөмтәһендә Ҡолғана ауылына яҡын ерҙә килеп тыуған криминоген хәлгә деталләп анализ үткәрелгән. Анализ, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Ҡолғана ауылы эргәһендә законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ҡатнашыусыларҙың бер нисә кеше булыуы асыҡланған.

Анализ күрһәтеүенсә, Ҡолғана ауылының бер нисә гражданы, законһыҙ ағас ҡырҡыу тыйылғанлығы тураһында законды һанға һуҡмай, даими эшкә урынлашып, эш хаҡы алып торорға теләмәй, был ҡырын эштәренең эҙемтәләре хаҡында уйлап та тормай, ҡабатлап законһыҙ ағас ҡырҡҡан.

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы менән ниндәй язалар ҡаралғанлығы хаҡында “Таң” гәзитенең 2022 йылдың 2 декабрендәге һанында яҙғайныҡ инде.

Мәҫәлән, әгәр ағас “әһәмиәтле” күләмдә ҡылынһа, был енәйәт өсөн 500 мең һумға тиклемге күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең 3 йылға тиклемге осорға эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф; йә булмаһа, 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, йәки 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре; йә булмаһа, 100 меңдән 500 меңгә тиклемге күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең 3 йылға тиклемге осорға эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф менән 2 йылға мәжбүри эштәр; йә булмаһа, 100 меңдән 200 меңгә тиклемге күләмдә йәки хөкөм ителеүсенең 1 йылдан 18 айға тиклемге осорға эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф менән 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай һ.б.
Ҙур күләмдә, айырыуса ҙур күләмдә ҡырҡҡан өсөн яза ла ҡәтғирәк.

Белешмә өсөн: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған таксалар һәм методика буйынса, “әһәмиәтле зыян” тип - 5 мең һумдан ашҡан, “ҙур” күләмдә - 50 мең һумдан ашыу, “айырыуса ҙур” күләмдә тип урман үҫентеләренә йәки урман үҫентеләренә ҡарамаған ҡыуаҡлыҡтарға һәм лианаларға килтерелгән 150 мең һумдан ашыу зыян таныла.
Тимәк, уйланырға урын бар. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, ти бит мәҡәл дә.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: