Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Февраль 2023, 15:00

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте алкоголле эсемлектәр ҡулланыуға медицина тикшереүҙәре үткәреүҙең яңы тәртибен раҫланы

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 21 октябрендәге 1882-се ҡарары менән алкоголь эсемлек ҡулланыуға тикшереү һәм уның һөҙөмтәләрен рәсмиләштереү, эскән кешене медицина тикшереүенә йүнәлтеү Ҡағиҙәләре раҫланды (артабан-тикшереү Ҡағиҙәләре).

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте алкоголле эсемлектәр ҡулланыуға медицина тикшереүҙәре үткәреүҙең  яңы тәртибен раҫланы
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте алкоголле эсемлектәр ҡулланыуға медицина тикшереүҙәре үткәреүҙең яңы тәртибен раҫланы

Документтың ғәмәлгә инеү ваҡыты-01.03.2023. Тикшереүҙең яңы Ҡағиҙәләре РФ Хөкүмәтенең 2008 йылдың 26 июнендәге 475 – се ҡарары менән раҫланған Ғәмәлдәге Ҡағиҙәләргә алмашҡа киләсәк.

Закон сығарыусы Тикшереү ҡағиҙәләренә бер нисә новелла индергән.

Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 мартынан вәкәләтле кеше тейешле төрҙәге транспорт сараһы менән идара иткән кешене, әгәр уны иҫергән хәлдә тип уйларға етерлек нигеҙ бар икән, 2 бүнәтәй йәки видеояҙма ҡулланып иҫерек булыу-булмауын тикшерә ала башлаясаҡ. Бөгөн ғәмәлдәге Ҡағиҙәләрҙә бүнәтәйҙәрҙең ғына ҡатнашыуы ҡаралған.

Бынан тыш, яңы Ҡағиҙәләр буйынса алкоголле эсемлектәр ҡулланыуын тикшерер алдынан ЮХХДИ йәки хәрби автоинспекцияның вазифалы кешеһе транспорт сараһы водителенә тикшереү ҡорамалын ҡулланып тикшереү тәртибе (тикшереү ҡорамалын файҙаланыу буйынса инструкцияға ярашлы), Федераль мәғлүмәт фондында ошо ҡорамалды тикшереү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт барлығы тураһында белдерергә тейеш буласаҡ. Әле ғәмәлдә булған ҡағиҙәләргә ярашлы, водителгә тикшереү ҡорамалының келәймәһенең бөтөнлөгө, алкотестерҙың паспортында уны тикшереү тураһында таныҡлыҡ булыуы тураһында хәбәр итергә тейештәр.

Бынан тыш, тикшереү тураһындағы башҡа положениелар ҙа ҡулланыласаҡ. Улар күп осраҡта ғәмәлдәге нормаларҙы ҡабатлай. Шул иҫәптән алкоголле иҫерткес матдәләрҙе ҡулланыу критерийы элеккесә ҡала. Ул үлсәү сараларының хаталаныу мөмкинлеге суммаһынан күберәк концентрацияла абсолют этил спирты булыуы менән билдәләнә, йәғни тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,16 мг алкоголь кимәлендә ҡала.

Автор:Р. Әминев, Бөрйән районы прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: