Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Октябрь 2022, 14:00

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителһәң...

Бөрйән районы дәү-ләт автоинспекцияһы транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән осраҡта водитель таныҡлығын тапшырыу тәртибен аңлата.

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителһәң...
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителһәң...

РФ КоАП-ының 32.7 статьяһының “Махсус хоҡуҡтан мәхрүм итеү ваҡытын иҫәпләп сығарыу” положениеһына ярашлы, махсус хоҡуҡтан мәхрүм итеү ваҡыты административ яза тәғәйенләү тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң башлана.


РФ КоАП-ының 32.7 статьяһының 11-се өлөшөнә ярашлы, водитель таныҡлығы өс көн эсендә административ язаны үтәүсе органға тапшырылырға тейеш. Юғалтҡан осраҡта, ошо ваҡыт эсендә хәбәр итергә кәрәк.


Әгәр ҙә гражданин махсус хоҡуҡтан мәхрүм ителгән булып та, водитель таныҡлығын тапшырмай йөрөһә, хоҡуҡтан мәхрүм итеү ваҡыты өҙөлә һәм таныҡлыҡты тапшырған (тартып алынған) көндән алып йәки ЮХХДИ хеҙмәткәре водитель таныҡлығын юғалтыуы тураһында ғариза алған көндән алып дауам итә.


Әгәр ҙә кемдер транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп тә һаман автомобилдә йөрөүен дауам итһә, ул РФ КоАП-ының 12.7 статьяһының 2-се өлөшөндә билдәләнгән эҙемтәләргә әҙер булырға тейеш. Был статьяла 30 000 һум күләмендә штраф, 100-200 сәғәт мотлаҡ эштәр, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу рәүешендә язалар ҡаралған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре водителде дөйөм база буйынса тикшергән саҡта таныҡлығынан мәхрүм ителеү фактын еңел асыҡлаясаҡ.

 

Автор:С. Буранбаев, ЮХХДИ инспекторы, өлкән лейтенант.
Читайте нас: