Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Октябрь 2022, 12:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Райондаштар, ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, теләһә ҡайһы телефон аша 101 йәки 112 һандары буйынса махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә ашығығыҙ.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Сентябрҙең 29-ынан октябрҙең 6-һына тиклемге арауыҡта районда 4 бала тыуған, 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Бер ғаилә тарҡалған. 3 райондашыбыҙ вафат булған.

01 хәбәр итә
Бер аҙна эсендә ике янғын булған. Килдеғолда өй янған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында бер кеше һәләк булған.
Байназарҙа автомобилдең двигателенә ут тоҡанған.
Райондаштар, ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, теләһә ҡайһы телефон аша 101 йәки 112 һандары буйынса махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә ашығығыҙ.

02 хәбәр итә
29 сентябрҙән 6 октябргә тик-лем район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 38 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә шәхси документтар юғалтыу (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), кеше үлеменә килтергән янғын (1), ғаилә низағы (4), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (3), ялған документ эшләү (1), административ хоҡуҡ боҙоу (2) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 75 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 59. Ике кеше алкоголь ҡулланған килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: