Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Октябрь 2022, 15:00

Эҙләү һөҙөмтәһендә барыһы ла табыласаҡ!

Ағымдағы йылда республиканың суд приставтары эҙләү иғлан ителгән 1458 бурыслыны һәм үҙ балаларын ҡарауға аҡса биреүҙән ҡасып йөрөгән 937 алиментсыны эҙләп тапҡан.

Эҙләү һөҙөмтәһендә  барыһы ла табыласаҡ!
Эҙләү һөҙөмтәһендә барыһы ла табыласаҡ!

Бурыслыларҙы, уларҙың мөлкәтен һәм балаларҙы эҙләү – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының мөһим йүнәлештәренең береһе. Был өлкәлә башҡарма производствола социаль планда өҫтөнлөклө һаналған алимент юллауға айырым иғтибар бирелә.

Йыл башынан тармаҡ ҡарамағында 1258 эҙләү эше бар ине. Уларҙың күбеһе бәлиғ булмаған балаларына алимент түләмәй ҡасып йөрөүселәргә ҡағыла. Эҙләү иғлан ителгән алимент буйынса бурыслы 907 кеше үҙҙәренең балаларына унар, хатта йөҙәр мең бурыслы. Ә ул аҡсалар балаларҙың уҡыуына, дауаланыуына, балалар өсөн кейем йәки уйынсыҡ алыуға тотонолор ине. Алимент буйынса бурыслылар бүлеккә килеү талаптарын инҡар итәләр, яңы йәшәү һәм эшләү урындары хаҡында хәбәр итмәйҙәр. Иң мөһиме, суд ҡарарын үтәмәйҙәр. Ләкин иҫбат ителгән – бурыслы кеше нисек кенә йәшенеп йөрөмәһен, ниндәй генә ысулдар ҡулланылмаһын - был ваҡыт менән генә бәйле. Ҡасан да булһа барыбер эләгәләр.


Эҙләү менән шөғөлләнеүсе суд приставтарының планлы һәм сифатлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ағымдағы йылда 1752 эҙләү эше табылыу сәбәпле туҡтатылды. 1452 бурыслы граждандың ҡайҙа йәшәүе билдәләнде. Шуларҙың 937-һе алимент буйынса бурыслылар. Бынан тыш, мәжбүри эштәр рәүешендә язаны үтәүҙән ҡасырға тырышҡан 50 граждан эҙләп табылды. Төрлө енәйәттәр ҡылған, ләкин штраф түләү буйынса суд ҡарарын үтәмәй йөрөгән 259 бурыслы ла табылған. 20 бурыслы ойошманың, шулай уҡ 272 берәмек мөлкәттең (гражданиндың, ойошманың) фактик урыны асыҡланған. РФ Мәғариф министрлығы һорауы бу-йынса ойошторолған эҙләү эштәре сиктәрендә 6 бәлиғ булмаған баланың ҡайҙа булыуы билдәләнгән.


Хеҙмәт эшмәкәрлегендә эҙләүселәр эҙләнеүсе кеше тураһындағы мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа оперативыраҡ еткереү маҡсатында даими рәүештә интернет ресурстарын ҡуллана. “Бурыслыларҙың фотоһы барыһының да иғтибарына” тигән ысулды ҡулланыу суд приставтарына суд ҡарарҙарын үтәүҙән йәшенеп йөрөүсе кешеләрҙе билдәләргә ярҙам итә.
Мәҫәлән, Туймазы ра-йонында йәшәүсе кешегә эҙләү иғлан ителгән ине. Ул бәлиғ булмаған улына алимент түләүҙән баш тартып йөрөгән. Бурысы 400 мең һум булып киткән.
Бурыслы суд ҡарарын үтәүҙән һәр төрлө ысул менән тайҡалап һәм суд приставтары менән осрашыуҙан ҡасҡан.


Һуңғы йәшәү урыны бу-йынса бурыслыны тап итә алмағас һәм үҙе саҡырыу буйынса суд приставтары бүлегенә килмәгәс, уға эҙләү иғлан ителгән. Уға йүнәлтмә Федераль суд хеҙмәттәренең БР бу-йынса Баш идаралығының рәсми сайтында, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыла. Халыҡ араһында үҙе тураһында хәбәрҙәр таралыу ихтималлығы бурыслыны, йәшенеүен туҡтатып, суд приставтары бүлексәһенә барырға мәжбүр иткән. Эҙләү эшен алып барыу-сы суд приставы гражданин менән РФ Енәйәт кодексы менән һалынған йөкләмәләрҙе үтәү мотлаҡ булыуы тураһында әңгәмә үткәрә. Бынан тыш, алимент буйынса бурыстарын түләмәһә һәм был йәһәттән бер нәмә лә эшләмәһә, уны перспективала нимәләр көтөүе ихтимал икәнлеге аңлатыла. Һөҙөмтәлә, суд приставының аңлатыуы бурыслыға дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, һанаулы ғына көндәрҙә үҙенең балаһына булған бурысын түләп ҡуйырға ярҙам иткән. 400 мең һумлыҡ бурыс тәғәйенләнеше буйынса йүнәлтелгән.


Башҡарма производство буйынса эҙләүҙә булған бурыслыларҙы уларҙың күршеләре, туғандары, дуҫтары, хатта бөтөнләй сит кешеләр таныу факттары бихисап. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бурыслының биометрик мәғлүмәттәрен эшкәртеү юлы менән эҙләү формаһы “Шәхси мәғлүмәттәр тураһында” 152-се Федераль закон менән рөхсәт ителгән. Шуға күрә фотоны килешеүһеҙ ҙә халыҡ алдына сығарырға мөмкин.


Рәсәй Федераль суд приставтарының БР бу-йынса Баш идаралығының сайтындағы “Розыск” бүлегендә эҙләнеүсе кешеләр тураһында мәғлүмәт булған сервис эшләй.
Бындай кешеләрҙең булған (йәшәгән) урыны, уларҙың мөлкәте, килем алыу урыны, бәйләнеш номерҙары һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бәлиғ булмаған балаларҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү йәһәтенән дә ҙур ярҙам булыуы мөмкин.


Әгәр һеҙ ниндәйҙер мәғлүмәттәргә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефон буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 8(347) 273-56-40.
Конфиденциаллек гарантиялана.

Автор:Рәсәй Федераль суд приставтарының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: