Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
8 Июль 2022, 09:30

Паспортты эшләү срогы ҡыҫҡара

Ғаризаны Рәсәй Эске эштәр министрлығы территориаль органының миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһенә, күп функциялы үҙәккә йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталына ебәрергә мөмкин.

Паспортты эшләү срогы ҡыҫҡара
Паспортты эшләү срогы ҡыҫҡара

2022 йылдың 1 июленән Рәсәй Федерацияһы граждандарының теркәү һәм теркәү иҫәбенән төшөрөү ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә ин-де. Бында дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (бәлиғ булмағанды йәшәгән урыны буйынса теркәү тураһында) ғариза биргән законлы вәкилдең шәхси кабинетына 14 йәше тулмаған бәлиғ булмаған граждандың йәшәгән урыны буйынса теркәү тураһында таныҡлығын (теркәү иҫәбе органының вазифалы вәкиленең электрон ҡултамғаһы ҡуйылған) электрон документ формаһында ебәреү мөмкинлеге индерелде.
Теркәү иҫәбе органы 3 эш көнө урынына 1 эш көнө дауамында, әгәр ҙә ғариза биреүсе торлаҡҡа күсеү өсөн нигеҙ булып торған документты тапшырмаһа, 8 эш көнө урынына 6 эш көнө дауамында хеҙмәтләндерә.
2022 йылдың 1 июленән паспортты эшләү (йәшәгән урынына йәки алыу шарттарына ҡарамаҫтан) 5 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡара. 
Ғаризаны Рәсәй Эске эштәр министрлығы территориаль органының миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһенә, күп функциялы үҙәккә йәки Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталына ебәрергә мөмкин.

Автор:Л. Шәкирова, белгес-эксперт.
Читайте нас: