Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
20 Май 2022, 14:00

Ялған документ яҡламай

Бөрйән районы дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: водитель танытмаһының бланкыһы рәсми документ тип һанала, уны тик ЮХХДИ хеҙмәте органдары вәкилдәре генә бирергә хоҡуҡлы.

Ялған документ яҡламай
Ялған документ яҡламай

Бының өсөн граждандарға махсус учреждениеларҙа теоретик һәм практик әҙерлек курсы үтергә һәм үҙҙәренең белемдәрен, оҫталыҡтарын ЮХХДИ имтихандарында раҫларға кәрәк.
Заманса технологиялар тикшереү барышында уҡ танытманың ялғанмы-түгелме икәнлеген асыҡларға ярҙам итә. Бының өсөн ЮХХДИ алып барған берҙәм федераль мәғлүмәттәр базаһы ҡулланыла.


Әгәр ҙә танытманың ялған икәнлеге асыҡланһа, РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған.


Файҙаланыу йәки һатыу маҡсатында рәсми документтарҙы ялған юл менән яһаған, һаҡлаған, йөрөткән, һатып алған өсөн, хоҡуҡ биреүсе йәки яуаплылыҡтан азат итеүсе ялған паспорт, танытма, йәиһә башҡа рәсми документ, штамп, мисәт, бланк ҡулланған өсөн бер йылға тиклем иректән сикләү, йәки бер йылға тиклем мәжбүри эштәр, йәки бер йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Автор:А. Йәнбәков, Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас: