Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Май 2022, 13:00

Наркотик средстволарҙы ҡулланырға этәргән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған

РФ Енәйәтселек кодексының 230-сы статьяһына ярашлы, наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын ҡулланырға этәргән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Наркотик средстволарҙы ҡулланырға этәргән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған
Наркотик средстволарҙы ҡулланырға этәргән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған

Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын ҡулланыуға этәреү аңлы рәүештә икенсе кешелә уларҙы ҡулланыуға теләк тыуҙырыу маҡсатында башҡарылған ниндәй ҙә булһа ғәмәлдәр ҡылыуҙа (тәҡдим итеү, кәңәш биреү һ.б.), шулай уҡ алдау, физик йәки психик көс ҡулланыу, иркен сикләү һәм башҡа ысулдар менән уларҙы ҡулланыуға мәжбүр итеүҙә сағыла.


Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын ҡулланыуға этәргән өсөн 3 йылға тиклем иректән сикләү, йәки 6 айға тиклем ҡулға алыу, йәки 3 йылдан 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза ҡаралған.


Әгәр был енәйәт алдан һөйләшеү буйынса бер төркөм кешеләр йәки ойошҡан төркөм тарафынан ике йәки унан күберәк кешегә ҡарата көс ҡулланып йәки уны ҡулланыу менән янап, мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрҙәрен файҙаланып (шулай уҡ «Интернет» селтәрен) ҡылынған икән, енәйәтте ҡылыусыға 2 йылға тиклем иректән сикләү менән 5 йылдан 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы янай.


Әгәр енәйәт эше бәлиғ булмаған балаға ҡарата ҡылынһа, зыян күреүсенең үлеменә йәки башҡа ауыр һөҙөмтәләргә килтерһә, был ғәмәл өсөн 2 йылға тиклем иректән сикләү, 20 йылға тиклем билдәле бер вазифалар биләү, билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү менән 10 йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.


Һаҡһыҙлыҡ менән ике йәки унан да күберәк кешенең үлеменә килтергән осраҡта, ғәйепле кешегә 2 йылға тиклем иректән сикләү, 20 йылға тиклем билдәле бер вазифалар биләү, билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү менән 12 йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Автор:Р. Әминев, прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: