Хоҡуҡ һаҡлау
5 Января 2022, 05:05

Эштәр ял көндәрендә лә туҡтамай

Яңы йыл каникулдары дауам итә. Әммә районда күп ойошмалар үҙ эштәрен ял ваҡыттарында ла туҡтатмай. Тәртип һәм именлек һағында тороусы Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә планға ярашлы бөтә йүнәлештәр буйынса йәмғиәт араһындағы кире күренештәрҙе иҫкәртеү эштәрен алып бара.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Эштәр ял көндәрендә лә туҡтамайЭштәр ял көндәрендә лә туҡтамай
Эштәр ял көндәрендә лә туҡтамай

Дежур итеү смена менән бара. Тәүлегенә ике экипаж дежур итә. Юл-патруль хеҙмәткәрҙәре йыл башынан эскән килеш руль артына ултырған 3 кеше теркәгән. Бөтәһе 27 хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланған.

Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын боҙмаҫҡа, эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа,  тигән теләктәрен еткерә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. 

Эштәр ял көндәрендә лә туҡтамай
Эштәр ял көндәрендә лә туҡтамай
Автор:Альфина Юлчурина