РФ Граждандар кодексының 227-се статьяһына ярашлы, юғалған әйберҙе табып алған кеше әйбер хужаһын йәки уның танышын, был әйберҙе хужаһына ҡайтарып бирә алған кешене иҫкәртергә бурыслы.
Әгәр ҙә табылған мөлкәттең хужаһы йәки уның йәшәгән урыны билдәһеҙ икән, табылған әйбер тураһында хәбәрҙе полицияға йәки урындағы уҙидара органдарына еткерергә кәрәк.
Граждандар кодексының 228-се статьяһына ярашлы, әйбер табылыу тураһында ғаризаны полицияға йә урындағы уҙидара органдарына тапшырғандан һуң, 6 ай дауамында уның хужаһы асыҡланмаһа, табыусы кеше әйберҙең милек хоҡуғына эйә була.
Әйберҙе табыусы кеше милек хужаһы тип табылған кешенән әйбер хаҡының 20%-ҡа тиклем күләмен таптырып алыу хоҡуғына эйә (РФ ГК-һының 229-сы статьяһы).
РФ Енәйәт кодексының158-се статьяһы иҫкәрмәһендә урлашыу төшөнсәһе тураһында былай тиелә: файҙа алыр өсөн ҡайтармау маҡсаты менән сит мөлкәтте хужаһына зыян килтереп, хоҡуҡһыҙ тартып алыу.
Милексенең йә мөлкәт хужаһының булмаған сағын файҙаланып, башҡа кешеләр күрмәгән, һиҙмәгән арала сит мөлкәтте законһыҙ рәүештә йәшерен тартып алыу йәшерен урлашыу тип һанала.
Әгәр ҙә үрҙә әйтелгән кешеләр урлашыуҙы күргән хәлдә лә, ғәйепләнеүсе, йәшерен эшләйем, тип уйлаһа, башҡарылған эш сит мөлкәтте йәшерен урлау тип һанала.
Шулай итеп, административ йәки енәйәти яуаплылыҡ эҙемтәләренә килтермәгән табыш кемдеңдер юғалтҡан әйбере тип иҫәпләнә һәм табып алыусы уны хужаһына ҡайтарып бирергә бурыслы. Әйберҙе хужаһына тапшырмаған осраҡта табып алыусыға административ йәки енәйәт яуаплылығы янай.
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.27-се статьяһына ярашлы, хаҡы 1 мең һумдан артмаған әйбер урлаған өсөн 120 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеү ҡаралған. РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы, милекте урлаған өсөн ғәйепләнеүсегә 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ла ҡулланылырға мөмкин.