Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Декабрь 2021, 16:50

Балаларҙың бушлай дауалау препараттарына хоҡуғын гарантиялаусы ҡануниәткә аңлатма

Һорау: 3 йәшкә тик-лемге балалар, шулай уҡ күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 6 йәшкә тиклемге балалар дауалау препараттарын бушлай алыуға хоҡуҡлымы?

Балаларҙың бушлай дауалау препараттарына хоҡуғын гарантиялаусы ҡануниәткә аңлатма
Балаларҙың бушлай дауалау препараттарына хоҡуғын гарантиялаусы ҡануниәткә аңлатма

Рәсәй Федерацияһының сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормошто тәьмин итеү, үҙенең хоҡуҡтарын бойомға ашырыуға, шул иҫәптән сәләмәтлеген һаҡлауға мөмкинлек биреү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың, айырыуса инвалид балаларҙың, һаулыҡ һаҡлау системаһының камиллашҡаныраҡ хеҙмәттәре, сирҙәрҙе дауалау һәм сәләмәтлекте тергеҙеү ысулдары менән файҙалана алыу хоҡуҡтарын яҡлау өҫтөнлөклө булып иҫәпләнә.

Һорау: 3 йәшкә тик-лемге балалар, шулай уҡ күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 6 йәшкә тиклемге балалар дауалау препараттарын бушлай алыуға хоҡуҡлымы?
Яуап: Эйе, хоҡуҡтары бар. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлендә ҡабул ителгән 890 һанлы ҡарарына ярашлы, амбулатор дауаланғанда 3 йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән булған 6 йәшкә тиклемге балалар табиптар биргән рецепт буйынса дауалау препараттары һәм медицина йүнәлешендәге изделиелар менән бушлай тәьмин ителергә тейеш.
Бушлай медицина ярҙамына бындай хоҡуҡ, граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт программаһына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закондың (№323-ФЗ, 21.11.2011) 19-сы статьяһының 2-се өлөшө менән билдәләнгән.


Һорау: Был дарыуҙарға рецепты кем яҙып бирергә тейеш?
Яуап: Балаларҙың үрҙә күрһәтелгән категорияһына дауалау препараттары өсөн рецепты баланың йәшәү урыны буйынса табип-педиатр яҙып бирергә тейеш. Льготалы рецепта врач тарафынан дауалау средствоһы дарыухана тарафынан бушлай бирелергә тейеш икәнлеге хаҡында билдә ҡуйылырға тейеш. Льготалы рецепт бирелеүе тураһында табип тарафынан шулай уҡ баланың амбулатор картаһында ла мәғлүмәттәр теркәлергә тейеш.
Һорау: Бушлай дауалау препараттары менән тәьмин ителеш өлөшөндә инвалид балаларҙың ниндәй хоҡуҡтары бар һәм улар нисә йәшкә тиклем һаҡлана?
Яуап: Инвалид балалар 18 йәштәренә тиклем табип рецебы буйынса барлыҡ дауалау средстволарын да бушлай алырға хоҡуҡлы.

Һорау: Ғүмергә хәүеф менән янаусы һәм прогрессия хәлендә булған хроник сирҙәр исемлегенә ингән сирҙәр менән яфаланыусы балалар дауалау препараттары менән ниндәй тәртиптә тәьмин ителә?
Яуап: Ғүмергә хәүеф менән янаусы һәм прогрессия хәлендә булған хроник сирҙәр исемлегенә ингән (РФ Хөкүмәтенең 2012 йылдың 26 апрелендә ҡабул ителгән 403-сө һанлы Ҡарары менән раҫланған) сирҙәр менән яфаланыусы балалар дауалау препараттары, медицина изделиелары һәм махсуслаштырылған дауалау ризыҡтары менән, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль законға ярашлы (№323-ФЗ, 21.11.2011, 44.1 статья), федераль һәм региональ бюджет иҫәбенә тәьмин ителә.

Һорау: Был исемлеккә инмәгән, ләкин дауалау өсөн ҡиммәтле дауалау препараттары талап ителгән хроник сир менән яфаланыусы бала бушлай дауалау препараттарына хоҡуҡлымы?
Яуап: Табиптар комиссияһы ҡарары булған осраҡта бала медицина күрһәтмәләре буйынса ғүмер өсөн кәрәк һәм мөһим булған дарыуҙар исемлегенә инмәгән да-уалау препараттары менән тәьмин ителеүгә һәм медицина күрһәтмәләре буйынса ҡулланырға хоҡуҡлы.

Һорау: Әгәр балаға Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлмәгән дауалау препараты тәғәйенләнгән булһа, ул Рәсәйҙә ошондай препарат менән дауаланырға хоҡуҡлымы? Препараттың хаҡын кем түләй?
Яуап: Рәсәй ҡануниәте беҙҙең илдә теркәлмәгән препараттарҙы илгә индереүҙе тыймай. “Дауалау средстволарының әйләнеше тураһында” Федераль закондың (№61-ФЗ, 12.02.2010) 47-се статьяһынан сығып, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Рәсәйгә дауалау препараттарының теркәлмәгән тәғәйен партияһын индереү тыйылмай.
Ғүмер өсөн бик мөһим булған күрһәтмәләр буйынса Рәсәй Федерацияһында теркәлмәгән дауалау препаратын ҡулланыуға индивидуаль ихтыяж килеп сыҡҡан осраҡта был препаратты тәғәйенләү тураһында ҡарар федераль махсуслашҡан ойошманың консилиумы тарафынан ҡабул ителә. Был препаратты илгә индереү бала тикшереү үтеүсе йәки дауаланыусы медицина ойошмаһының ғаризаһы буйынса башҡарма властың вәкәләтле федераль органы тарафынан бирелгән рөхсәт нигеҙендә бойомға ашырыла.
“Рәсәй Федерацияһы граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закондың 80-се статьяһына ярашлы, ғүмер өсөн кисектергеһеҙ кәрәк һәм бик мөһим булған дауалау препараттарының, шулай уҡ был исемлеккә инмәгән, ләкин табиптар комиссиялары тарафынан билдәләнгән дауалау препараттарының хаҡы граждандарҙың шәхси средстволары иҫәбенә түләнергә тейеш түгел.
Шулай итеп, дауалау препараттарының хаҡы федераль йәки республика бюджеты иҫәбенә түләнә.

Һорау: Балаларҙың бушлай дауалау препараттарын алыуға хоҡуғы боҙолған осраҡта ниндәй дәүләт органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин?
Яуап: Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә баланың хоҡуҡтары боҙолған осраҡта йәшәү урыны буйынса район прокуратураһына йәки Башҡортостан Республикаһы Прокура-тураһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Ф. Ғәйетҡолов, район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы.
Читайте нас: