Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Декабрь 2021, 15:05

НИ ӨСӨН АҠСАНЫ ФИНАНС ПИРАМИДАҺЫНА ҺАЛЫРҒА ЯРАМАЙ?

Финанс пирамидаһы – тиҙ генә ҙур аҡса эшләүҙе гарантиялап, инвестицияны нигеҙләнмәгән юғары килем проценттары менән һалырға тәҡдим иткән ойошма. Ойошманың килеме ниндәйҙер реаль эшмәкәрлекһеҙ граждандарҙан даими  рәүештә яңы аҡса средстволары килеп тороу иҫәбенә барлыҡҡа килә. Бөрйән район прокуратураһы түбәндә үҙеңдең аҡса йыйылмаһын тағы ла күбәйтәм тип тырышып, уларҙан тулыһынса ҡолаҡ ҡағыуың мөмкин икәнлеген аңлата.

НИ ӨСӨН АҠСАНЫ ФИНАНС ПИРАМИДАҺЫНА ҺАЛЫРҒА ЯРАМАЙ?
НИ ӨСӨН АҠСАНЫ ФИНАНС ПИРАМИДАҺЫНА ҺАЛЫРҒА ЯРАМАЙ?

Финанс пирамидаһы – тиҙ генә ҙур аҡса эшләүҙе гарантиялап, инвестицияны нигеҙләнмәгән юғары килем проценттары менән һалырға тәҡдим иткән ойошма. Ойошманың килеме ниндәйҙер реаль эшмәкәрлекһеҙ граждандарҙан даими  рәүештә яңы аҡса средстволары килеп тороу иҫәбенә барлыҡҡа килә.

Бөрйән район прокуратураһы түбәндә үҙеңдең аҡса йыйылмаһын тағы ла күбәйтәм тип тырышып, уларҙан тулыһынса ҡолаҡ ҡағыуың мөмкин икәнлеген аңлата.

 

Финанс пирамидаһының асылы – пирамидаға тәүге инеүселәрҙе һәм пирамиданы ойоштороусыларҙы тәьмин итеү өсөн үҙҙәренең аҡсаһын һаласаҡ граждандарҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.

Бөгөнгө заманда финанс пирамидалары бик трансформацияланғандар. Улар төрлө инвестиция платформалары аҫтында маскировкаланалар. Уларҙы реаль финанс фондтарынан, валюта биржаларынан, кооперативтарҙан айырыу бик ябай эш түгел.

Финанс пирамидаһын нисек танырға?

-уларҙың инвестицион йәки брокерлыҡ эшмәкәрлегенә Үҙәк банк лицензияһы юҡ;

-юғары килемлелек вәғәҙә итеү, вкладтар буйынса бер нисә тапҡыр юғарыраҡ ставка;

-килемде гарантиялау, ә ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында был тыйылған;

-киң мәғлүмәт сараларында һәм Интернетта бик күп агрессив реклама;

-активтар, килемдәр һәм сығымдар тураһында мәғлүмәт юҡ;

-ҡатнашыусылар түләүҙәрҙе яңы вкладчиктар индергән аҡсанан ала;

-бер ниндәй ҙә ҡиммәтле мөлкәттәре юҡ;

-ойошманың тәғәйен нимә менән шөғөлләнеүе аңлашылмай;

-түләүҙәр рәсми килемдәргә бәйләнмәгән;

-вкладтар сит ил банктарында ята;

-компания менән кем етәкселек итеүе билдәһеҙ;

-офистары һәм уставтары юҡ.

Ни өсөн пирамидаға аҡса һалырға ярамай?

Иртәме-һуңмы барлыҡ финанс пирамидалары ла үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтата. Гарантиялы рәүештә килем алыусы берәү генә – ул финанс пирамидаһын төҙөүсе. Ул аҡсалар инеүен контролдә тота һәм, плюста ҡалыу өсөн, вкладчиктарға түләүҙе ҡасан туҡтатырға кәрәк икәнлекте аңлай.

Вәғәҙә ителгән юғары килемгә тәүге ҡатнашыусылар ҙа иҫәп тота ала:  яңы вкладчиктар килеп тора икән, улар түләүҙәр алып торасаҡ. Әгәр кеше финанс пирамидаһы старт алған мәлдә аҡса индереп өлгөрә икән, ул ысынлап та яҡшы ғына аҡса эшләй ала. Ләкин күпселек хатта үҙенең һалған аҡсаһын да кире ҡайтарып ала алмай.

Әгәр пирамидаға инеп өлгөргәнһең икән, нимә эшләргә? Законлы ғәмәлдәрҙең тәртибе нисегерәк?

Пирамиданан аҡсағыҙҙы мөмкин тиклем тиҙерәк кире алыу яғын ҡарағыҙ. Әгәр һуңлаған икәнһегеҙ йәки компания аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙан баш тарта икән, компанияның адресына аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыу талабы менән яҙма дәғүә ебәрегеҙ. Әгәр һеҙҙең талабығыҙҙы ҡәнәғәтләндермәһәләр, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, судҡа, Үҙәк банкка мөрәжәғәт итегеҙ.

Төп ҡағиҙә – бер ваҡытта ла бындай ойошмалар менән бәйләнмәгеҙ, шул саҡта йыйған аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе нулгә тигеҙ буласаҡ!

Ф. Ғәйетҡолов,

Бөрйән районы прокуроры, юстицияның

өлкән советнигы.

Автор:
Читайте нас: