Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Октябрь 2021, 14:00

Бала өсөн ата-әсә яуап бирә

Бәлиғ булмаған үҫмер, автомобиль, мотоцикл, мопед йә скутер булһынмы, водитель таныҡлығы булмайынса транспорт сараһы менән идара итергә тейеш түгел.

Бала өсөн ата-әсә яуап бирә
Бала өсөн ата-әсә яуап бирә

Бәлиғ булмаған үҫмер, автомобиль, мотоцикл, мопед йә скутер булһынмы, водитель таныҡлығы булмайынса транспорт сараһы менән идара итергә тейеш түгел.

Руль артына ултырған бала өсөн тик ата-әсә генә яуап тота. Бәлиғ булмаған үҫмер, автомобиль, мотоцикл, мопед йә скутер булһынмы, водитель таныҡлығы булмайынса транспорт сараһы менән идара итергә тейеш түгел.


Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.7 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, транспорт сараһы менән идара итеүгә хокуҡһыҙ бәлиғ булмаған бала автомобиль менән идара иткән өсөн (водитель таныҡлығына уҡып йөрөгән осраҡтан тыш) 5 меңдән 15 мең һумға тиклем административ яза ҡаралған.
Был автомобилде балаға тапшырған транспорт хужаһына ла тәьҫир итәсәк.


Әгәр ҙә бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусының үҙ килеме булмаһа, штраф, РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 32.3 статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы, уның ата-әсәһенән таптырыласаҡ. Унан тыш, хоҡуҡ боҙоу тураһындағы материал бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырылыуы мөмкин.


Ата-әсәләр йәки баланың законлы вәкилдәре КоАП-тың 5.35 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылыуы мөмкин. Унда бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән йәки намыҫһыҙ башҡарған ата-әсәләргә йәки үҫмерҙең законлы вәкилдәренә иҫкәртеү йәки штраф ҡаралған.


КоАп-тың 12.7 статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, водитель таныҡлығы булмаған бәлиғ булмаған балаға рулде тапшырған өсөн 30 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Шулай уҡ автомобиль штраф туҡталышына ебәрелә.


Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре – һәр кем үтәй торған закон, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: