Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Октябрь 2021, 12:00

«Иғтибар – балалар!»

Быйыл 9 айҙа республикала балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

«Иғтибар – балалар!»
«Иғтибар – балалар!»

Быйыл 9 айҙа республикала балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Ошо исем аҫтында 25 октябрҙән ЮХХДИ һәм мәғариф ойошмалары юлдарҙа балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса саралар үткәрә.

Быйыл 9 айҙа республикала балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә ҡаршы, 16 бала үлгән, 420-һе йәрәхәтләнгән. 163 аварияла балалар пассажир булған - 14 үлем, 198 йәрәхәт теркәлгән. 8 аварияла хәүефһеҙлек ҡайышыһыҙ йәки ултырғысһыҙ булған өсөн ике бала вафат булған.


Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар рейдтар үткәрәсәк. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар юл хәүефһеҙлеге буйынса саралар ойошторасаҡ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар транспортта балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен тикшерәсәк.


Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, тематик конкурс-акциялар онлайн режимда уҙасаҡ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: