Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Октябрь 2021, 17:00

Балалар төнгө урамда

Рейд барышында төнөн ҡарауһыҙ йөрөүсе 4 үҫмер Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһенә килтерелде.

Балалар төнгө урамда
Балалар төнгө урамда

Рейд барышында төнөн ҡарауһыҙ йөрөүсе 4 үҫмер Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһенә килтерелде.

6, 15 октябрҙә район биләмәһендә 18.00 сәғәттән 01.00 сәғәткә тиклем рейдтар үткәрелде.
Рейдтар үҫмерҙәр араһында енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү, уларҙың деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүен туҡтатыу, ҡарауһыҙ, күҙәтеүһеҙ, өйҙәренән үҙ иректәре менән сығып киткән балаларҙы асыҡлау, шулай уҡ үҫмерҙәрҙең йыйылыу урындарын тикшереү, бәлиғ булмаған закон боҙоусыларҙы ваҡытлыса ҡарап тороусы үҙәктәргә урынлаштырыу мәсьәләһен ҡарау маҡсатын күҙалланы.


Рейд барышында имен булмаған 10 ғаилә йәшәү урыны буйынса тикшерелде. РФ КоАП-ының 5.35 статьяһының 1-се өлөшө буйынса 5 административ протокол төҙөлдө. Шулай уҡ бәлиғ булмағандар эше буйынса иҫәптә торған үҫмерҙәр тикшерелде. Бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре менән админис-тратив, енәйәти яуаплылыҡ тураһында аңлатыу эше алып барылды.


Төндә Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Яңы Мөсәт, Әтек, Байназар ауылдары урамдарында патруль йөрөнө. Рейд барышында төнөн ҡарауһыҙ йөрөүсе 4 үҫмер Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһенә килтерелде. Уларҙың береһе – Урал аръяғы агроколледжы студенты. Иҫерек хәлдә төнгө урамда йөрөүсе студент РФ КоАП-ының 20.21 статьяһына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылды.


Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыусы 3 бала үҙҙәре генә төнгө урамда йөрөгән. 3 ата-әсәгә ҡарата РФ КоАП-ының 5.35 статьяһы (Бәлиғ булмаған балалары булған ата-әсәләрҙең йәки законлы вәкилдәрҙең балаларын тәрбиәләү һәм ҡарау буйынса бурыстарын үтәмәүе) буйынса протоколдар төҙөлдө.


16 октябрҙәге төнгө рейд барышында Иҫке Собханғолда Ленин урамында мотоцикл туҡтатылды. Руль артындағы водителдең Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы икәнлеге асыҡланды. Үҫмер полиция бүлексәһенә килтерелде. Бәлиғ булмағандың ата-әсәһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.


Ата-әсәләргә ҡарата төҙөлгән административ материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға, район хакимиәтенә ебәрелде. Ошоға оҡшаш саралар артабан да уҙғарылып торасаҡ.


2021 йылда Башҡортостан буйынса комендант сәғәте 17 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар өсөн киске 22.00 сәғәттән таңғы 06.00 сәғәткә тиклем (1 майҙан 30 сентябргә тиклем 24.00 сәғәттән алып). Комендант сәғәтен боҙған өсөн ата-әсәләр йәки законлы вәкилдәр РФ КоАП-ының 5.35 статьяһының 1-се өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.


Ата-әсәләрҙән һәм законлы вәкилдәрҙән төнгө ваҡытта йәмғиәт урындарында балаларҙың ҡарауһыҙ йөрөүен сикләгән закондарҙы үтәүҙәрен һорайбыҙ.

 

Автор:Д. Ҡотоева, бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор, полиция майоры.
Читайте нас: