Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Сентябрь 2021, 11:00

Яуаплылыҡ ата-әсә иңендә

Хөрмәтле ата-әсәләр! Руль артына ултырған бала өсөн тик һеҙ генә яуап тотаһығыҙ. Бәлиғ булмаған үҫмер, автомобиль, мотоцикл, мопед йә скутер булһынмы, водитель таныҡлығы булмайынса, транспорт сараһы менән идара итергә тейеш түгел.

Яуаплылыҡ ата-әсә иңендә
Яуаплылыҡ ата-әсә иңендә

Хөрмәтле ата-әсәләр! Руль артына ултырған бала өсөн тик һеҙ генә яуап тотаһығыҙ. Бәлиғ булмаған үҫмер, автомобиль, мотоцикл, мопед йә скутер булһынмы, водитель таныҡлығы булмайынса, транспорт сараһы менән идара итергә тейеш түгел.

Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.7 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, транспорт сараһы менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған бәлиғ булмаған бала автомобиль менән идара иткән өсөн 5 меңдән 15 мең һумға тиклем административ яза ҡаралған.


Хоҡуҡ боҙоу автомобилде балаға тапшырған транспорт сараһының хужаһына ла тәьҫир итәсәк.


Әгәр ҙә бәлиғ булмаған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусының үҙ килеме булмаһа, штраф, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 32.3 статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы, уның ата-әсәһенән юллана. Унан тыш, хоҡуҡ боҙоу тураһындағы материал бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырылыуы мөмкин.


Ата-әсәләр йәки баланың законлы вәкилдәре, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.35 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылыуы мөмкин. Унда бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән йәки намыҫһыҙ башҡарған ата-әсәләргә йәки үҫмерҙең законлы вәкилдәренә иҫкәртеү йәки штраф ҡаралған.


КоАП-тың 12.7 статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, водитель таныҡлығы булмаған бәлиғ булмаған балаға рулде тапшырған өсөн 30 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Шулай уҡ автомобиль штраф туҡталҡаһына ебәрелә.


Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре – һәр кем үтәй торған закон, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Автор:Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.
Читайте нас: