Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Февраль 2021, 10:00

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн язаһын алған

Енәйәттәр күп осраҡта бер үк кешеләр тарафынан башҡарыла.

Енәйәттәр күп осраҡта бер үк кешеләр тарафынан башҡарыла.
2017 йылда урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн бер тапҡыр хөкөм ителгән Исламбай ауылы кешеһенә ҡарата асылған енәйәт эше судҡа ебәрелде.
Көн һайын полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урмансылар тарафынан рейдтар үткәрелеп тора. Законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн енәйәт ҡылыу ҡорамалдарын тартып алыу ҡаралған.
Мәҫәлән, Бөрйән районында йәшәүсе гражданин РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө бүлегендә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.

Тикшереү күрһәтеүенсә, КФХ тотоусы 1983 йылғы ир 22 августан 26 авгусҡа тиклемге ваҡыт арауығында Әүжән урмансылығы биләмәһендә 60 төп ҡарағай ағасы ҡырҡа. Рәсәй Федерацияһының урман фондына килтерелгән зыян 736 103 һум тәшкил иткән.

Белорет район-ара суды законһыҙ ағас ҡырҡыусыны ғәйепле тип тапты. Суд ҡарары менән ул 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.
Гражданин Рәсәй Федерацияһының урман фондына килтерелгән 533 608 һум күләмендәге зыянды ҡапланы. Суд ғәйепләнеүсенән тартып алынған “МТЗ-82” тракторын, бензобысҡыны, “УРАЛ” маркалы автомобилде дәүләт файҙаһына бирергә ҡарар итте.

Суд ултырышына тиклем ғәйепләнеүсе тарафынан 200 000 һум зыян ҡапланған.
Суд хөкөмө законлы көсөнә инмәгән. Суд хөкөмөнә риза булмайынса, юғары судҡа ялыу бирелгән.

Әгәр ҙә законһыҙ ағас ҡырҡыу, йә һатыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе белһәгеҙ, эске эштәр бүлегенә йәки район прокуратураһына 3-62-31 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Ағас менән файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ ҡаты булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Урманды законһыҙ ҡырҡыу урман хужалығына ҙур зыян килтерә.
Читайте нас: