Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
19 Сентябрь 2020, 16:00

10 РАЙОНДАШЫБЫҘ МУТЛАШЫУСЫЛАР ҠОРБАНЫ БУЛҒАН

Йылдың үткән 8 айына анализ күрһәтеүенсә, Бөрйән районында йәшәүсе 10 кеше мутлашыусылар ҡорбаны булған. Билдәһеҙ кешеләрҙең енәйәти ҡылыҡтары арҡаһында был граждандарға ҙур ғына күләмдә матди зыян килтерелгән.

Йылдың үткән 8 айына анализ күрһәтеүенсә, Бөрйән районында йәшәүсе 10 кеше мутлашыусылар ҡорбаны булған. Билдәһеҙ кешеләрҙең енәйәти ҡылыҡтары арҡаһында был граждандарға ҙур ғына күләмдә матди зыян килтерелгән.
Бөтә был мутлашыуҙар интернет һәм кәрәҙле бәйләнеш ярҙамында башҡарылған.
Бындай енәйәттәр тураһында даими иҫкәртеп тороуҙарға ҡарамаҫтан, граждандар һаман мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен дауам итә. Бында төп сәбәп – беҙҙең халыҡтың эскерһеҙ, бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан булыуы. Бының менән мутлашыусылар оҫта файҙалана. Йәнә күптәр бындай енәйәттәрҙең нисек ҡылынғанын, енәйәтселәрҙең нисек еңел генә файҙа алыуҙарын белеп бөтмәй.
Бөрйән районы граждандарына ҡарата ҡылынған 10 енәйәт нимәнән ғибарәт һуң?
-2 факт интернеттағы тауарҙар һатыу өсөн тәғәйенләнгән “Авито” сервисы файҙаланылып ҡылынған. Ике осраҡта ла яман уй менән эш итеүселәр төрлө мәлдәрҙә түбән хаҡҡа трактор һатыу тураһында иғлан ҡуйғандар. Һәр осраҡта ла улар һатып алыусы-ҡорбандарынан трактор хаҡының яртыһын алдан түләүҙе һорағандар. Йәнәһе, башҡа кешеләр алып ҡуймаһын өсөн, биләп ҡуйырға (бронь). Шул уҡ ваҡытта, ҡорбандарының ышанысына инер өсөн, интернет аша ялған документтар күрһәткәндәр.
-6 факт бәйләнеш средстволары ҡулланылып башҡарылған. Тәғәйен алғанда, мутлашыусылар үҙҙәренең ҡорбандарына шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип атағандар (нигеҙҙә, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре, тип).
Шуларҙан:
-4 осраҡта үҙҙәрен “Сбербанк” хеҙмәткәре;
-1 осраҡта “Уралсиб” банкы хеҙмәткәре;
-1 осраҡта “Газпром” банкы хеҙмәткәре тип танытҡандар.
Барлыҡ осраҡтарҙа ла мутлашыусылар үҙҙәренең ҡорбандарын, йәнәһе, уларҙың банк картаһында һаҡланған аҡса средстволарына хәүеф янай, тип ышандырғандар. Имеш, уларға был аҡса иҫәптәренә хакер атакаһы башланыуы билдәле булған. Уларҙың аҡсаһын был хәүефтән һаҡлап алып ҡалыу өсөн, йәнәһе лә, ваҡытлыса һаҡлау өсөн банк иҫәбенә күсереп торорға кәрәк, хәүеф бөтөү менән аҡсалар кире элеке иҫәбенә ҡайтарыласаҡ. Бының өсөн мутлашыусылар банк картаһының реквизиттарын атауҙы һорайҙар.
-1 факт интернет аша һатып алыуҙар менән бәйле. Зыян күреүсе 5100 һум аҡсаһын “Сбербанк Онлайн” ҡушымтаһы аша интернеттан тауар һатып алыу өсөн билдәһеҙ ҡатынға күсергән (“Zoeva” сайтында косметичкалар йыйылмаһы алыуға).
-1 факт “Телефондағы вирус”. Зыян күреүсе үҙенең кеҫә телефоны аша “Сбербанк Онлайн” ҡушымтаһына инергә теләгән. Телефонындағы “Сбербанк Онлайн”ҡушымтаһының билдәһенә баҫҡас, телефонының экранында ике “тәҙрә” хасил булған. Унда “Троян вирус” тигән яҙыу булған. Шулай уҡ мөйөштә “Удалить” тигән яҙыу күренгән. Ҡатын шуға баҫҡан. Кискә балансын тикшереп ҡараһа, 6600 һум аҡсаһынан елдәр иҫкәнлеген асыҡлай.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу саралары
1-се кәңәш. “Авито” сайтына һатыуға тауар ҡуйғанда йәки ул сайтта тауар һатып алғанда, тауарҙы үҙегеҙҙең күҙегеҙ менән күрмәйенсә, тәүге иғәнә индермәгеҙ, алдан аҡса күсермәгеҙ. Шулай уҡ тауар һатҡанда ла, банк картағыҙҙа аҡса булыу-булмауына ҡарамаҫтан, һатып алыусы аҡса күсерһен өсөн тип телефон аша үҙегеҙҙең банк реквизиттарын әйтмәгеҙ.
2-се кәңәш. Бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәрҙәренә лә әйтергә ярамаған мәғлүмәттәр: PIN-код, CVV-код (картаның артҡы яғындағы һандар), картаның ғәмәлдә булыу срогы, операциялар үткәреү өсөн бер тапҡыр файҙаланыла торған паролдәр (СМС аша йәки чектарҙан алынған), карта буйынса контроль мәғлүмәт. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла клиенттарына шылтыратмай.
3-сө кәңәш. Стационар йәки планшет компьютерҙарығыҙға һәм смартфондарығыҙға тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан программалар ҡуймағыҙ. Шул рәүешле һеҙ вирус “эләктереү” хәүефен арттыраһығыҙ. Ә ул һеҙҙең банк картаһынан аҡса урлауға сәбәп булып тороуы ихтимал.
4-се кәңәш. Үҙегеҙҙең хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн, мотлаҡ рәүештә вирусҡа ҡаршы программа тәьминәтен файҙаланығыҙ һәм уны даими яңыртып тороғоҙ (обновляйте). Һылтанмалар буйынса инмәгеҙ һәм СМС йәки электрон почта аша, шулай уҡ банк исеменән килгән ҡушымталарҙы һәм яңыртыуҙарҙы (обновление) урынлаштырмағыҙ.
5-се кәңәш. “Бәйләнештә” сайты аша туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан, таныштарығыҙҙан һ.б. кешеләрҙән уларға аҡса ебәреүҙе һораған СМС-хәбәрҙәр алған осраҡта, шылтыратып, уларға ысынлап та аҡса кәрәкме икәнлеге хаҡында һорашырға онотмағыҙ. Был шуға бәйле – күп осраҡтарҙа уларҙың сәхифәләре емерелгән һәм һеҙҙең менән мутлашыусылар аралаша булып сыға.
Хөрмәтле граждандар! Иғтибарлы булығыҙ – мутлашыусылар йоҡламай.
Читайте нас: