Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү алдан яҙылыу нигеҙендә генә ғәмәлгә ашырыла, тип белдерә.
Ведомствоның рәсми сайтында “Шәхси ҡабул ителеүгә яҙылыу” (“Запись на личный прием” ) тигән сервис эшләй – http://r02.fssp.gov.ru/fssponline/. Уның ярҙамында теләгән һәр кем бүлексәләр начальниктарына– район һәм ҡала бүлексәләренең өлкән суд приставтарына, уларҙың урынбаҫарҙарына һәм суд приставы-башҡарыусыларға шәхсән ҡабул ителеүгә яҙыла ала.
Ҡабул ителеүгә яҙылыу өсөн ЕСИА (гражданин дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталында теркәлгән булырға тейеш) аша авторлашыу мотлаҡ. Унан мөрәжәғәт итеүеңдең сәбәбен яҙырға, үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәреңде индерергә, ҡабул ителеүгә яҙылыуҙың датаһын һәм ваҡытын билдәләргә кәрәк.
Сервиста алдан яҙылыу ҡабул ителеүгә 3 көндән дә һуңға ҡалмай һәм 30 көндән дә артыҡ булмаған ваҡыт эсендә башҡарыла һәм булған буш ваҡыттарға ҡабул ителә. Яҙылыу фактын электрон адресҡа барған ғаризаның статусы үҙгәреүе тураһындағы “Отправлено в ОСП” тигән яҙыу раҫлай.
Был сервисты файҙаланыу Идаралыҡтың структура подразделениеларына барыуҙы граждандар өсөн уңайлы итә һәм шәхси ваҡытты экономияларға мөмкинлектәр бирә.
Иғтибар: граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү мотлаҡ рәүештә алдан билдәләнгән ваҡытта һәм барлыҡ һаҡланыу саралары ҡулланылып башҡарыла (битлектәр һәм бирсәткәләр ҡулланыу).
Ҡабул ителеүгә килгән граждандарҙы ҡабул итеүгә индереү билдәләнгән ваҡытҡа тиклем 10 минут ҡалғас рөхсәт ителә. Метр ярымлыҡ социаль дистанцияны һаҡлау шарт. Граждандарға битлектә һәм бирсәткәлә килеү мотлаҡ һәм барыһы ла тән температураһын үлсәү процедураһын үтергә тейештәр. Алдан яҙылмай килгән граждандар, йәки юғары тән температураһы (37 градустан юғары) һәм ОРВИ билдәләре менән килеүселәр, шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары булмағандар ҡабул ителеүгә индерелмәй.
Йәнә шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ: ғаризаларҙы, юллауҙарҙы һәм ялыуҙарҙы почта бәйләнеше аша ебәрергә йәки почта корреспонденцияһын ҡабул итеү йәшнигенә урынлаштырырға мөмкин. Ул ингән ерҙә урынлашҡан.
Шулай уҡ “Личный кабинет стороны исполнительного производства” (https://lk.fssp.gov.ru/ds_cabinet/action/login) йәки “Интернет-приемная”( https://r02. fssp.gov.ru/ir/) тигән сервистарҙы ҡулланып, электрон мөрәжәғәт итергә лә була.
Белешмә характерындағы мәғлүмәт ФССП-ның БР буйынса Идаралығының рәсми сайтындағы “Контакты” өлөшөндә (https:// r02. fssp.gov.ru/contacts/) урынлаштырылған подразделениеның телефондары аша ла бирелә.
Рәсәй ФССП-һының дәүләт хеҙмәттәре биреү тәртибе тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр “Обращения” бүлегендә (https:// r02. fssp.gov.ru/hall/) урынлаштырылған.