Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Июнь 2020, 11:00

ТАҒЫ ЛА БАНК КАРТАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА

Һуңғы ваҡытта районда ҙур булмаған банктар, шулай уҡ “Сбербанк России”, “Уралсиб” һәм башҡа эре дәүләт банктары һымаҡ банктар сығарған карталар менән бәйле мутлашыу факттары артты.Банк карталары ярҙамында аҡсалы булыуҙың бик күп ысулдары уйлап табылған. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер миҫалдарға күҙ һалайыҡ.

Һуңғы ваҡытта районда ҙур булмаған банктар, шулай уҡ “Сбербанк России”, “Уралсиб” һәм башҡа эре дәүләт банктары һымаҡ банктар сығарған карталар менән бәйле мутлашыу факттары артты.
Банк карталары ярҙамында аҡсалы булыуҙың бик күп ысулдары уйлап табылған. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер миҫалдарға күҙ һалайыҡ.
Фишинг сайттар
Йыш ҡына енәйәтселәр ”Сбербанк” онлайн ҡулланыусыларҙы банктың рәсми сайты урынына фишинг сәхифәгә йүнәлтеүсе зыянлы программа тарата.
Мутлашыу схемаһы был осраҡта түбәндәгесә була. Банк клиенты Онлайн-банк сайтына инмәксе була һәм, ҡағиҙә булараҡ, әлеге ваҡытта техник эштәр барыуы арҡаһында СМС-раҫлау урынына үҙеңдең телефон номерын индерергә кәрәклеген күрһәткән сәхифәгә барып инә.
Үҙенең мәғлүмәттәрен индергәс, мутлашыусылар ҡорбанына уның картаһынан аҡса күсерелеүе тураһында СМС-мәғлүмәт килә. Шунда уҡ, йәнәһе лә, банктың техник ярҙам хеҙмәтенән, телефон шылтырай. Мутлашыусылар операцияла хата киткән, тип, йәнәһе лә операцияны юҡҡа сығарыу өсөн, логин, пароль һәм СМС-код һорайҙар. Паникаға бирелгән кеше тиҙ генә был мәғлүмәттәрҙе бирә һала. Бынан һуң инде карталағы барлыҡ аҡсаларҙан елдәр иҫә.
Бындай осраҡта түбәндәгеләрҙе иҫтә тотоу мөһим: БАНК ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ БЕР ВАҠЫТТА ЛА телефон аша ПАРОЛЬ һәм СМС-РАҪЛАУҘАРҘЫҢ КОДЫН ҺОРАМАЙ! УЛАРҘЫ БЕР ВАҠЫТТА ЛА БЕР КЕМГӘ ЛӘ ХӘБӘР ИТМӘГЕҘ!
Бер ваҡытта ла Сбербанк Онлайн сайтына таныш булмаған сайттарҙың һылтанмалары һәм социаль селтәрҙәр аша инмәгеҙ. Уларҙың сайтына инеү өсөн иң хәүефһеҙ вариант – браузер юлында (в строке) online.sberbank.ru адресын ҡулдан йыйыу. Браузер юлында сайт адресы менән йәнәш йоҙаҡ (замок) символы булыуына мотлаҡ ышанығыҙ – был хәүефһеҙ тоташыуҙы күрһәтә.
Мобиль банк менән урлашыуҙар
Әгәр һеҙ Сбербанктың “мобиль банкы” хеҙмәте беркетелгән сим-картағыҙҙы оҙаҡ ваҡыт файҙаланмаһағыҙ, кәрәҙле телефон операторы уны блокировкалап, башҡа абонентҡа һатыуы ихтимал.
Мобиль банк хеҙмәте беркетелгән сим-карталарҙы күпләп һатып алып, был схема менән мутлашыусылар әүҙем файҙалана. Ҡулында бындай сим-карта булғас, мутлашыусыға мобиль банк командалары ярҙамында Сбербанк Онлайндағы һеҙҙең аккаунтҡа, шул иҫәптән һеҙҙең барлыҡ иҫәптәргә хужа булыу бер нәмә лә түгел.
Артабан бурҙар аҡсаны үҙҙәренең иҫәптәренә күсерәләр һәм средстволарҙы ҡағыҙ аҡсаға әйләндерәләр йәки түләү системаларының төрлө янсыҡтарына (кошельки) тараталар. Шуға күрә, сим-картаны юғалтҡан йәки уны алыштырған хәлдә, уны мөмкин тиклем тиҙерәк блокировкаларға кәрәк. Сөнки енәйәтселәр ҡулына эләкһә, был сим-картаға беркетелгән иҫәптәге аҡсаларығыҙҙың урланыу ихтималлығы бик юғары.
Шулай уҡ мобиль банкта тиҙ түләү опцияһын һүндерергә тәҡдим ителә. Бының өсөн “0”-де мобиль банк бәйләнгән телефондан 900 тигән ҡыҫҡа номерға ебәрергә кәрәк.
Һеҙҙең картаға алдан түләү
Бындай схема ҡулланылғанда, ҡорбанды, ҡағиҙә булараҡ, бушлай иғландар ҡуя торған сайттарҙа үҙҙәренең тауар һатыу тураһында иғландарын урынлаштырған кешеләр араһынан табалар. Мәҫәлән, “Авито”-ла.
Мутлашыусы, йәнәһе, һеҙҙең тауарҙы алырға теләүсе кеше булып, тауарҙың бөтә суммаһын һеҙҙең Сбербанк картаһына күсерергә тәҡдим итә. Ләкин бының өсөн уға һеҙҙең картаның реквизиттары, уның ғәмәлдә булыу сроктары, карта хужаһының исем-фамилияһы кәрәк булып сыға. Хатта ҡайһы бер тауар һатыусылар, уйлап та тормай, картаның өс урынлы CVS кодын да хәбәр итә. Бындай мәғлүмәткә эйә енәйәтсегә һеҙҙең картаны бушатыу бер нәмә лә тормай.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу ысулдары:
1. Бер үк банкта кредит һәм дебет карталары булдырмаҫҡа тырышығыҙ. Сөнки әгәр мутлашыусылар һеҙҙең бер банктағы дебет картағыҙға “барып етһә”, уларҙың шул уҡ учреждениела асылған кредит лимитын алырға ла мөмкинлектәре барлыҡҡа килә.
2. Интернеттан һатып алыуҙар үткәргәндә түләүҙең тикшерелгән сервистары менән файҙаланығыҙ.
3. Үҙегеҙҙең аҡсаларҙы юғалтыуҙан һаҡлау өсөн “мобиль банк” хеҙмәтен телефонығыҙҙан алып ташлау хәйерлерәктер.
4. Абонент номеры, йәғни “мобиль банк” беркетелгән теләһә ҡайһы компанияның сим-картаһы менән файҙаланмай башлаһағыҙ, банкка “мобиль банк” хеҙмәтен алып ташлауҙарын һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.
5. Банк исеменән килгән һеҙҙең картаны блокировкалауҙары тураһындағы смс-хәбәрҙәргә шик менән ҡарағыҙ.
6. Телефонығыҙға килгән смс-паролдәрҙе бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ. Банктар үҙҙәренең клиенттарынан бер ваҡытта ла бындай мәғлүмәтте һорамай.
7. Үҙегеҙ актив рәүештә файҙаланған карталарҙа ҙур суммала аҡса тотмаҫҡа тырышығыҙ. Уларҙы бер картаға ла беркетелмәгән айырым иҫәптәрҙә һаҡлау хәүефһеҙерәк.
8. Һеҙгә “мобиль банк” хеҙмәте кәрәк булһа, интернет селтәренә был хеҙмәт беркетелгән сим-карта аша инмәҫкә тырышығыҙ. Сөнки һеҙҙең телефонығыҙға зыянлы программа эләгеүе бар.
Хөрмәтле граждандар! Банк карталары менән мутлашыуҙар бик ныҡ артты. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ, үрҙә яҙылғандарҙы хәтерегеҙҙә тоторға тырышығыҙ.
Читайте нас: