Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Май 2020, 18:40

МӘК – 2020 ОПЕРАЦИЯҺЫ

Башҡортостан Республика-һында 25 майҙан “Мәк” тигән шартлы исем аҫтында ведомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды.

Башҡортостан Республика-һында 25 майҙан “Мәк” тигән шартлы исем аҫтында ведомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды.
Сара 2020 йылдың 14 октябренә тиклем дауам итәсәк.
Был операцияның маҡсаты тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге закон боҙоуҙарҙы асыҡлау, законһыҙ наркотиклы үҫемлектәр үҫтереү һәм ҡырағай үҫеүсе ошондай үҫемлектәр үҫкән урындарҙы тотоу һәм юҡҡа сығарыу.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймау маҡсатында граждандарҙың, КФХ һәм ШЭ етәкселәренең, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм район эсендәге башҡа ер участкалары хужаларының үҙҙәренә тәғәйен биләмәләренә иғтибарлы булыуҙарын һорайбыҙ.
Читайте нас: