Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Май 2020, 18:20

БАНК КАРТАҺЫН МУТЛАШЫУСЫЛАРҘАН НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

Бөрйән районында мутлашыу осраҡтары, бирелгән ғаризалар буйынса, урлашыуҙан ҡала икенсе урында тора. Бигерәк тә кеҫә телефоны ярҙамында ҡылынған мутлашыуҙар ныҡ таралған. Шуға бәйле, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “мобиль банк” хеҙмәтен файҙаланғанда ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү мутлашыусыларға юл аса.

Бөрйән районында мутлашыу осраҡтары, бирелгән ғаризалар буйынса, урлашыуҙан ҡала икенсе урында тора. Бигерәк тә кеҫә телефоны ярҙамында ҡылынған мутлашыуҙар ныҡ таралған. Шуға бәйле, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “мобиль банк” хеҙмәтен файҙаланғанда ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү мутлашыусыларға юл аса.
1-се кәңәш. “Мобиль банк” тоташтырылған телефонығыҙҙың номерын үҙгәрткәс, банкка мөрәжәғәт итегеҙ һәм ике ғариза яҙығыҙ: береһен – телефондың иҫке номерынан хеҙмәттәрҙе алып ташлатыу өсөн, икенсеһен – яңы номерға был хеҙмәттәрҙе тоташтырыу өсөн.
Эш шунда, әгәр һеҙҙең элекке телефон номерығыҙ оҙаҡ ваҡыт ҡулланылмай торһа, кәрәҙле бәйләнеш операторҙары уны икенсе абонентҡа тапшырыуҙары мөмкин. Яңы абонент, һөҙөмтәлә, һеҙҙең банк иҫәбе менән идара итә аласаҡ.
2-се кәңәш. Номерына “мобиль банк” беркетелгән телефонығыҙҙы юғалтһағыҙ, шунда уҡ был турала банк хеҙмәткәренә хәбәр итегеҙ һәм кәрәҙле бәйләнеш операторы аша мобиль телефонығыҙға блокировка эшләтегеҙ.
3-сө кәңәш. Үҙегеҙҙең телефонығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм һеҙҙән башҡа бер кем дә мобиль банк хеҙмәттәре менән файҙалана алмаһын өсөн, уға пароль ҡуйығыҙ.
4-се кәңәш. Әгәр һеҙҙең иҫәптән, һеҙҙең ҡатнашлыҡһыҙ һәм һеҙҙән һорамайынса, средство алыныуы тураһында СМС-хәбәр килһә, кисекмәҫтән банкка шылтыратығыҙ. Әгәр кеҫә телефонығыҙҙа банктың мобиль ҡушымтаһы урынлаштырылған булһа, шуның ярҙамында иҫәбегеҙҙе блокировкалағыҙ.
5-се кәңәш. Әгәр һеҙ фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, картағыҙҙың номерын, код һүҙен һорап йәки һылтанма буйынса үтеп, персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе индереүегеҙҙе һорап яҙылған СМС йәки e-mail алғанһығыҙ икән – был мутлашыу. Банк һеҙҙең аҡсаларығыҙҙың хәрәкәте тураһында мәғлүмәт булған йәки, бер тапҡыр ҡулланыла торған пароль кәрәк булып, берәй төрлө операция эшләнгән хәлдә генә (мәҫәлән, интернет-банкинг системаһына ингәндә) СМС ебәрә.
6-сә кәңәш. Стационар йәки планшет компьютерҙарына һәм смартфондарға тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан алынған программаларҙы ҡуймағыҙ. Шул рәүешле аҙаҡ һеҙҙең банк картаһынан аҡса урлауға сәбәп булған “вирус” эләктереүегеҙ ихтимал.
7-се кәңәш. Үҙегеҙҙе хәүефтән азат итеү өсөн, вирусҡа ҡаршы программа тәьминәтен ҡулланығыҙ һәм уны даими рәүештә яңыртып тороғоҙ. СМС йәки электрон почта аша, шул иҫәптән банк исеменән килгән һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ һәм ҡушымталар йәки яңыртыуҙар ҡуймағыҙ.
8-се кәңәш. “Бәйләнештә” сайты аша туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан, таныштарығыҙҙан һәм башҡаларҙан уларға аҡса күсереү үтенесе мнән СМС-хәбәр алған осраҡта, уларға шылтыратып, ысынлап та аҡса кәрәкме икәнлегенә инанығыҙ. Күп осраҡта был уларҙың диуары емерелгән һәм һеҙҙең менән мутлашыусылар яҙышыу менән бәйле була.
9-сы кәңәш. “Авито” сайтына тауар ҡуйғанда йәки тауар һатып алғанда, тауарҙы үҙегеҙҙең күҙегеҙ менән күрмәйенсә, тәүге иғәнә рәүешендә лә аҡса күсермәгеҙ. Тауар һатҡанда, картағыҙҙа аҡсағыҙ булыу-булмауға ҡарамаҫтан, һатып алыусы аҡса күсерһен өсөн үҙегеҙҙең банк картаһы номерҙарын әйтмәгеҙ.
10-сы кәңәш. Бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәренә лә әйтергә ярамаған мәғлүмәттәр: PIN-код, CVV-код (картаның артҡы яғындағы һандар), картаның ғәмәлдә булыу мөҙҙәте, операциялар үткәреү өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған паролдәр (СМС буйынса йәки чектарҙан алынған), карта буйынса контроль мәғлүмәт.
Хөрмәтле райондаштар! Карталарығыҙ менән һаҡ булығыҙ. Сөнки мутлашыусылар йоҡламай.
Читайте нас: