10 ноябрҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. 1715 йылда Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, ул грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.
1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарары менән «революция йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн» эшсе милиция ойошторола. Иң тәүҙә милиция урындағы Советтар ҡарамағында була, артабан Эске эштәр халыҡ комиссариаты структураһында, ә 1946 йылдан алып – Эске эштәр министрлығында.
Бөрйән районының эске эштәр бүлексәһе тарихы район тарихы менән бәйле. 1930 йылда Бөрйән районы барлыҡҡа килгән һәм шул уҡ йылда милиция бүлексәһе лә булдырыла. Бүлексәнең беренсе начальнигы итеп Байғаҙы ауылынан Мәхмүтдин Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнә. Бөгөнгө көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлексәһе менән полиция подполковнигы Хафиз Һиҙиәтов етәкселек итә.
Бөрйән эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәргә, операциялар, махсус рейдтар үткәреүгә ҙур иғтибар бирә, граждандарҙың хоҡуғын һәм милкен һаҡлау, енәйәтселек менән көрәш буйынса үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы ышаныслы үтәй.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ноябрь һанынан уҡығыҙ.