Бөрйән районында йәшәүсе РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө бүлегендә, 191.1 статьяһының 3-сө бүлегендә ҡаралған (“Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу”, “Законһыҙ әҙерләнгән ағасты һатып алыу, һаҡлау, ташыу, һатыу маҡсатында эшкәртеү йәки һатыу”) енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.
Тикшереү күрһәтеүенсә, үткән йылдың апрелендә КФХ тотоусы 32 йәшлек ир Бөрйән урмансылығы биләмәһендә рөхсәтһеҙ рәүештә 16 төп ҡарағай ағасы ҡырҡа. Рәсәй Федерацияһының урман фондына килтерелгән зыян 285 мең һум тәшкил иткән.
Артабан ир кеше законһыҙ ҡырҡылған ағастарҙы бысып, тейәү өсөн әҙерләй. Шәхси тракторында ағасты урмандан алып сығып, райондаштарына һата. Ҡулына эләккән 46 мең һумды үҙ ихтыяждарына тотона.
Бер-ике ай үткәс, ир кеше әҙерләгән ағастарының ҡалғандарын алып ҡайтыр өсөн йәнә диләнкәгә юллана. Ләкин Иҫке Собханғол – Ҡағы автомобиль юлында уны ЮХХДИ инспекторҙары туҡтата. Закон һаҡсыларының трактор арбаһындағы йөктөң законлы булыуына шиктәре уяна. Тикшереү үткәрелә. Һөҙөмтәлә, Бөрйән районы буйынса тәфтиш төркөмө тарафынан ағастарҙың рөхсәтһеҙ, тимәк, законһыҙ ҡырҡылыуы һәм һатылыуы асыҡлана. Айырыуса ҙур күләмдә дәүләткә зыян килтергән урындағы эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ир кеше үҙ ғәйебен таныны.
Енәйәт эшен тикшереү тамамланды, ғәйепләү акты менән раҫланған материалдар судҡа ебәрелде. Башҡортостан Республикаһының Белорет район-ара суды законһыҙ ағас ҡырҡыусыны ғәйепле тип тапты. Суд ҡарары менән ул 3 йыл да 6 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Суд ғәйепләнеүсенән БР Урман хужалығы министрлығына килтерелгән зыянды юллап алырға, тартып алынған тракторҙы, бензин менән эшләүсе бысҡыны, шулай уҡ ғәйепләнеүсе һатып өлгөрмәгән ағасты конфискациялап, дәүләт файҙаһына бирергә ҡарар итте.
Ағас менән файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ ҡаты булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Урманды законһыҙ ҡырҡыу урман хужалығына ҙур зыян килтерә, тереклек донъяһына ла кире йоғонто яһай.
Урман ҡануниәтенә ярашлы, урмандар янғындарҙан, законһыҙ ҡырҡылыуҙан, урман менән ҡулланыуҙың билдәләнгән тәртибен боҙоуҙан һәм башҡа законһыҙ ғәмәлдәрҙән һаҡланырға тейештәр.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн административ яза ғына түгел, енәйәт ҡылыу ҡорамалдарын тартып алыу һәм килтерелгән зыянды ҡаплау менән бергә енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.