БР Юғары судының 2019 йылдың 25 февралендәге ҡарары менән район прокуратураһының БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына ҡарата юллау эштәре ҡәнәғәтләндерелде.
Прокуратура тарафынан шул асыҡланды: 2.1.3.2630-10 СанПиндың 6.1.-6.9 пункттары боҙолоп, район үҙәк дауаханаһының дауалау корпусында вентиляция системаһы эшләмәй, ҡалдыҡтарҙы таҙартыу системаһы төҙөк булмаған хәлдә – был инфекция ауырыуҙары таралыу ҡурҡынысын тыуҙыра, учреждение хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарҙың ғүмеренә һәм һаулыҡ торошона ҡурҡыныс менән янай.
Суд үҙенең ҡарары менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ғәмәлдәге ҡалдыҡтарҙы таҙартыу системаһын, үҙәк дауахананың дауалау корпусы бинаһын елләтеү эштәрен финансларға ҡушты. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына һәм Бөрйән район үҙәк дауаханаһына әле күрһәтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы йөкмәтелде.
Суд ҡарарының үтәлеше район прокуратураһы контролендә.
район прокуроры урынбаҫары.