Республика прокуратураһы бойороғо нигеҙендә Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан район үҙәк дауаханаһында дәүләт контракттары буйынса эшләнгән эштәр өсөн үҙ ваҡытында түләү буйынса эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы тикшереү үтте.
Тикшереү барышында район дауаханаһында төҙөлгән килешеүҙәр буйынса подрядсыларға 2017 йылда 1443970 һум суммаға, 2018 йылда 5644931 һум 46 тингә, 2019 йылдың ғинуарында төҙөлгән 5 контракт буйынса 690815 һум 52 тингә түләү мөҙҙәте үткән бурыстар булыу факты билдәләнде.
Ошо рәүешле район үҙәк дауаханаһы тарафынан күрһәткән хеҙмәттәр өсөн эшҡыуарҙарҙың үҙ ваҡытында хаҡын алыу хоҡуҡтары боҙолған. Был, үҙ сиратында, предприятие хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү буйынса бурыстарға килтереүе, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының үҙендә лә дауалау изделиеларын һәм дауалау средстволарын ҡуйыу буйынса хеҙмәттән баш тартыу рәүешендә кире яҡтан сағылыш табыуы ихтимал.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, БР Монополияға ҡаршы федераль идаралыҡ ҡарары менән район үҙәк дауаханаһының баш табибы РФ КоАП-ының 7.32.5. статьяһының 1-се бүлеге буйынса 30 000 һум күләмендәге штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Был ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү, киләсәктә бындай хәлдәрҙе булдырмау буйынса иҫкәрмә бирелде.
район прокуроры урынбаҫары.