Район прокуратураһы республика прокуратураһы ҡушыуы буйынса район мәҙәниәт һарайында һатып алыуҙар өлкәһендә контракт системаһы тураһында ҡануниәт талаптарының үтәлешенә тикшереү үткәрҙе.
Билдәләнеүенсә, 2018 йылда район мәҙәниәт һарайы директоры тарафынан Иҫке Монасип ауыл мәҙәниәт йортона ағымдағы ремонт үткәреү буйынса дөйөм суммаһы 192572, 97 мең һумға дүрт килешеү төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта үрҙә күрһәтелгән суммалағы аҡса, килешеү шарттары боҙолоп, эшҡыуарҙарға ремонт эштәре үтәлгәнгә тиклем үк түләнгән.
Үрҙә күрһәтелгән контракттарҙы төҙөгән ваҡытта район мәҙәниәт һарайы тарафынан бер заказ “яһалма” рәүештә һәр береһе 400 000 һум тәшкил иткән 4 бер үк эштәргә заказ рәүешендә бүленгән. Маҡсаты – эштәрҙе башҡарыу өсөн подряд ойошмалары араһында конкурентлылыҡ процедураһын булдырмау.
Билдәләнеүенсә, 2018 йылда район мәҙәниәт һарайының дөйөм йыллыҡ һатып алыуҙары 12589258 һум тәшкил иткән.
“Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында” Федераль закондың 93-сө статьяһының 1-се өлөшөнөң 5-се пункты боҙолоп, муниципаль контракттар йыллыҡ күләмдең 100 проценты күләмендә 12589258 һумға тик берҙән-бер ҡуйыусы (поставщик) менән генә төҙөлгән.
Тикшереү һөҙөмтәһендә район мәҙәниәт һарайы директоры РФ КоАП-ының 7.29 статьяһының 1-се өлөшө буйынса 30 000 һум, 7.32 статьяһының 4-се өлөшө буйынса 20 000 һум күләмендә штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителде.
Муниципаль район хакимиәте башлығы адресына киләсәктә бындай ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында тәҡдим индерелде.
район прокуроры урынбаҫары.