Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Июнь 2019, 18:14

Делянка таҙартылмаған

Район прокуратураһы тарафынан эшҡыуарҙарҙың урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре шарттарын үтәү-үтәмәүенә тикшереү системалы рәүештә үткәрелеп тора.2017 йылда Ҡолғана ауылында йәшәүсе эшҡыуар тарафынан 4 килешеү төҙөлөп, шуның нигеҙендә Көньяҡ Үҙән урмансылығынан ағас алынған.

Район прокуратураһы тарафынан эшҡыуарҙарҙың урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре шарттарын үтәү-үтәмәүенә тикшереү системалы рәүештә үткәрелеп тора.
2017 йылда Ҡолғана ауылында йәшәүсе эшҡыуар тарафынан 4 килешеү төҙөлөп, шуның нигеҙендә Көньяҡ Үҙән урмансылығынан ағас алынған.
РФ Урман кодексының 75-се статьяһын, шулай уҡ урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүе талаптарын боҙоп, шәхси эшҡыуар делянкаларҙы үҙ мәлендә таҙартыуҙы ғәмәлгә ашырмаған һәм урман участкаһы һатыусыға ағас ҡырҡыу урынын ҡарау кәрәклеге хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса РФ КоАП-ының 8.25 статьяһының 4-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды.
БР Урман хужалығының Әбйәлил район-ара территориаль бүлеге ҡарары менән эшҡыуар 40 000 һум штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителде.
Район прокуратураһы тарафынан был йүнәлештә тикшереүҙәр дауам итә. Барыһын да килешеү шарттарына яуаплы ҡарарға, ағас ҡырҡҡан урындарҙы (артабан үртәү юлы менән) үҙ мәлендә таҙартып ҡуйырға саҡырам.
Н. Шәмиғолова,
район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас: