Райондың хужалыҡ, предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашлығында хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы үтте. Ултырышты район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары А.Әлибаков асып:
- Хеҙмәт Кодексының 212-се статьяһында эш биреүсенең хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса бурыстары билдәләнә. Атап әйткәндә, эш биреүсе бинаны, ҡоролмаларҙы, механизмдарҙы, ҡорамалдарҙы файҙаланғанда, технологик процестар ваҡытында хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләү, уларҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү, һәр эш урынында хеҙмәтте һаҡлау талаптарына ярашлы шарттар булдырыу, эшләүселәрҙең эш һәм ял режимын теүәл үтәү, эшселәргә махсус өҫ һәм аяҡ кейемдәре биреү, эш урындарына махсус баһалама үткәреү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәреү өсөн яуаплылығы нығытылған. Бөгөнгө ултырышта етди мәсьәләләр күтәрелә, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы, хатта ғүмере производстволағы эш шарттарына бәйле булыуын онотмайыҡ. Шуға ла үрҙә әйтелгән талаптар мөмкин тиклем тулыраҡ үтәлергә тейеш. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар- хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәр өсөн штраф санкциялары булыуын да онотмайыҡ, тине һәм тәүге һүҙҙе Хеҙмәт министрлығының Бөрйән районындағы территориаль бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлсөм Вәлитоваға бирҙе.
Гөлсөм Фаил ҡыҙы муниципаль район биләмәһендә “Эш урындарына махсус баһалама үткәреү тураһында” 426-сы Федераль закондың положениеларын тормошҡа ашырыу барышы тураһында сығыш яһаны.
- Районда ағымдағы йыл аҙағына тиклем 250 ойошма, учреждение һәм предприятие эш урындарына баһалама (СОУТ) үтеп, тейешле документтар алырға тейеш булһа, әлеге көндә 51 ойошма һәм учреждение был баһаламаны үткән. Үтмәгәндәр исемлегендә нигеҙҙә бәләкәй һәм индивидуаль предприятиелар. 2017 йылда 15, ағымдағы йылда ни бары 7 предприятие үткән. Беҙҙә етәкселәр был мөһим эшкә тик прокуратуранан вәҡилдәр килгәс, штрафтар янай башлағас ҡына тотоноуҙы ғәҙәт итеп алған. Яуаплыларҙың башҡарыу дисциплинаһы түбән. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа эш бермә-бер яҡшырҙы тип әйтергә лә була, производствола травма алыуҙар кәмене, иң мөһиме үлем осраҡтарына юл ҡуйылманы. Республикала рейтинг буйынса 9-сы урынға күтәрелдек, тине һәм эш урындарына тейешле баһалама алғас уның мотлаҡ дәүләт инспекцияһында теркәлеү үтергә тейешлегенә, учреждение, предприятиеларҙа хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаждар үткәреү тәртибе, элекке стандарттарға ингән үҙгәрештәргә туҡталды.
Производствола йәрәхәт алыуҙы һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау өсөн Рәсәй Социаль страховкалау фондынан аҡсалар ниндәй маҡсатта бүленә һәм беҙҙә учреждение, ойошма һәм предприятиелар унан нисек файҙалана? Был турала Рәсәй Социаль страховкалау фондының 6-сы Белорет филиаланың баш белгесе-ревизоры Т. Рәхмәтуллина сығыш яһаны. Тәнзилә Шәрәфетдин ҡыҙы социаль страховкалау фондында страховкалаусы булып теркәлгән предприятиелар, учреждениеларға страховой взностың 20%-ын үҙҙәренә ҡалдырыу хоҡуғы бирелеүен, уны эш урындарына тейешле баһалама үткәреү, хеҙмәтте һаҡлау буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, шәхси һаҡланыу саралары һатып алыу, хәүефле һәм зарарлы шарттарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ медицина тикшереүе үткәреү, тәүге ярҙам аптечкалары һатып алыу маҡсатында файҙаланыу тейешлеген. Социаль страховкалау фондынан был аҡсаны тотоноуға рөхсәт алыу өсөн һәр предприятие, учреждение производствола йәрәхәт алыуҙы һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү саралары теҙмәһенән үҙҙәре өсөн кәрәклеләрен индереп исемлек төҙөргә, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса план төҙөп, ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Ғариза тейешле документтар пакеты менән электрон вариантта 1 авгусҡа тиклем Фондҡа тапшырылырға тейеш булыуын аңлатты. Т.Рәхмәтуллина ағымдағы йылда производствола йәрәхәт алыуҙы һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын Социаль страховкалау фонды аша финанслауға өлгәшкән ойошма һәм учреждениеларҙың эшен баһалап башҡаларға ла уларҙан үрнәк алырға саҡырҙы. Иҫкәртеү сараларын мәҫәлән, Иҫке Собханғол урта мәктәбе 21560 һум, Әбделмәмбәт-16610, Ырғыҙлы-14630, Аҫҡар -14360, Байназар-9000, Иҫке Собханғол 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы-6300 һәм Иҫке Собханғол төп мәктәбе 4500 һум күләмендә Фонд аша финанслауға өлгәшкән.
Ултырышта хеҙмәтте һаҡлау һәм ошо йүнәлештә башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе И.Мырҙағолова, “Әҙелбаев И.Ф.” шәхси предприятие етәксеһе И.Әҙелбаев һәм “Иҫке Собханғол” муниципаль-унитар предприятиеһы директоры А.Дауытовтың сығыштары тыңланды. Ведомство-ара комиссия көн тәртибендәге мәсьәләләр ҡаралып бөткәндән һуң ҡарар ҡабул итте.
Р.Шәмиғолов.