Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Декабрь 2017, 13:07

Хәмер һатҡан өсөн яуаплылыҡ көсәйә

Федераль Закон (№265-ФЗ, 29.07.2017) менән РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу буйынса яуаплылыҡты көсәйтеү йәһәтенән үҙгәрештәр индерелде.

Алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу өлкәһендә ҡануниәт боҙоуҙарҙы булдырмау буйынса эш Бөрйән районы биләмәһендәге криминоген хәлде үҙгәртеүгә йүнәлтелгән мөһим саралар иҫәбендә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан был өлкәлә 2017 йылдың башынан алып 36 административ эш ҡуҙғатылған, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарға алкоголь эсемлектәр һатыу буйынса - 1, сәнәғәт юлы менән етештерелмәгән алкоголь эсемлектәр һатҡан өсөн - 27, алкоголь продукцияһын һатҡандағы башҡа закон боҙоуҙар өсөн 7 протокол төҙөлгән. Һөҙөмтәлә, 452 литр алкоголь һәм составында спирт булған продукция тартып алынған. Административ материалдар буйынса дөйөм 72 000 һумлыҡ штраф һалынған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Федераль Закон (№265-ФЗ, 29.07.2017) менән РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу буйынса яуаплылыҡты көсәйтеү йәһәтенән үҙгәрештәр индерелде. Тәғәйен алғанда, 14.17.1 статьяһы өҫтәлде. Был статья алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны тартып алыу менән бергә 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы күҙаллай. Был ҡылыҡ ҡабатлап ҡылынған осраҡта енәйәт яуаплылығы ҡулланылыуы ихтимал.



Г. ИМАНҒОЛОВА,
административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса йүнәлештең әйҙәүсе документоведы.

Читайте нас: