1-се осраҡ: “Һеҙ автомобиль оттоғоҙ” тигән һәм һеҙҙән призды алыу өсөн аҡса күсереүҙе һорап яҙылған электрон хат алдығыҙмы? Бер ваҡытта ла таныш булмаған кешеләрҙең электрон иҫәптәренә аҡса күсермәгеҙ! Уйында ҡатнашмайынса бүләк отоу ихтималлығы нулгә яҡын, ә яуыз ниәтлеләрҙең аноним электрон янсыҡтарына күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге унан да түбәнерәк.
2-се осраҡ: Һеҙ интернет-магазиндан арзан хаҡҡа яңы кеҫә телефоны, ноутбук йәки фотоаппарат алырға ниәт иттегеҙ, әммә магазин алдан түләүҙе талап итәме? Интернет-магазиндар бындай формала аҡсаны ҡабул итергә тейеш түгеллеген онотмағыҙ. Әгәр һеҙҙән экспресс-түләү терминалдары аша йәки электрон янсыҡҡа аҡса күсереүҙе һорайҙар икән, уларҙың мутлашыусы булыуы ихтимал.
3-сө осраҡ: Һеҙҙең картағыҙ блокировкаланған тигән СМС-хат алдығыҙмы? Бер ваҡытта ла хатта күренгән координаталарға аҡса күсермәгеҙ, хат килгән номерға шылтыратмағыҙ һәм яуап хаты ебәрмәгеҙ. Бындай ситуацияла һеҙгә карта биргән һәм уны хеҙмәтләндергән банкка шылтыратыу дөрөҫ буласаҡ. Банктың номеры картағыҙҙың артында яҙылған.
4-се осраҡ: Электрон таҡтала йәки социаль селтәрҙә һеҙ күптән эҙләгән тауарҙы таптығыҙ һәм ул башҡа урындарға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ торамы? Бер ваҡытта ла контрагенттың ышаныслы булыуына инанмайынса электрон янсыҡтарға аҡса күсермәгеҙ. Иғтибар менән интернет селтәрендә уның рейтингын, башҡа һатып алыусыларҙың баһаларын ҡарағыҙ, тауарҙың ни өсөн улай арзан тороуы хаҡында уйланығыҙ, һатыусы ниндәй гарантиялар биреүен белешегеҙ.
5-се осраҡ: Интернет аша авиабилеттар алырға теләйһегеҙме? Бер ҡасан да тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сайттарҙың билеттарҙы һатыу буйынса хеҙмәттәрен ҡулланмағыҙ. Билеттарға заказды баҙарҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән авиакомпанияның йәки агентлыҡтың сайты аша бирегеҙ. Билеттар өсөн электрон янсыҡтарға йәки сит ил иҫәптәренә аҡса күсермәгеҙ. Берәй шик барлығы асыҡланһа, авиакомпанияның вәкиллегенә хәбәр итегеҙ.
6-сы осраҡ: Открытка, һүрәт, музыка йәки программаны күсереү өсөн һылтанма менән СМС йәки ММС алдығыҙмы? Бер ваҡытта ла хатта күрһәтелгән һылтанма буйынса инмәгеҙ. Һылтанма аша ингәндә, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан телефонға вирус индерергә йәки түләүле хеҙмәттәргә яҙылырға мөмкинһегеҙ. Хатта танышығыҙҙан ошондай йөкмәткеле хат килһә, хатты нәҡ ул кеше ебәреүсе икәненә инанығыҙ.
7-се осраҡ: Социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарығыҙ бар һәм һеҙ интернет аша аралашаһығыҙмы? Бер ваҡытта ла шәхси характерҙағы мәғлүмәттәрҙе башҡаларға күренерлек итеп ҡуймағыҙ, уның үҙегеҙгә зыян килтереүе бар. Селтәрҙә аралашыу ышаныслы түгел - профиль фотоһы артында теләһә кем ултырырға, видео, аудиотрансляцияларҙы һәм һеҙҙең логтарығыҙҙы алама маҡсаттарҙа ҡулланырға мөмкин.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы.