Ағымдағы йылдың тәүге алты айында республика биләмәһендә балалар ҡатнашлығында 168 юл-транспорт ваҡиғаһы булған (үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 12 осраҡҡа күберәк). Уларҙа 11 баланың йәне ҡыйылған, 179-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы аварияларҙың артыуы ҙур борсолоу тыуҙыра.
7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр (12,9 процент) һәм 13-16 йәшлек үҫмерҙәр (7,7 процент) ҡатнашлығындағы авариялар һаны артҡан. Балиғ булмаған балалар ғәйебе менән 46 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был һан үткән йыл менән сағыштырғанда шул уҡ кимәлдә ҡалған.
Транспорт сараларының балиғ булмаған пассажирҙары ҡатнашлығындағы аварияларҙың артыуы хафаға һала. 2015 йылдың 6 айында шундай 82 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, был үткән йылдың шундай уҡ күрһәткесенән 16-ға (24,2 процентҡа) күберәк.
Балалар һәм үҫмерҙәр урамда, юлда хәүефһеҙ хәрәкәт итергә, үҙҙәре йәшәгән һәм уҡыған ерҙә транспорт мөхитенә өйрәнһен өсөн, балаларҙы транспортта ташыу ҡағиҙәләренең боҙолоуына юл ҡуймау маҡсатында республикала 17 августан 11 сентябргә тиклем “Иғтибар – балалар!” исемле профилактик сара үткәрелә.