

“Бөрйән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы райондың урман фондын рациональ файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы, үрсетеүҙе тәьмин итеү кеүек бурыстарҙы башҡара. Ойошманың етәксеһе - Динис Фәнис улы Теләүбаев. Коллективта тырыш һәм яуаплы 15 хеҙмәткәр эшләй.
Йәш белгес Винер Татлыбаев (өҫтәге фото)район буйынса урман янғындары, бөжәктәрҙән зарар күргән участоктар буйынса эш алып бара. Ваҡытында мәғлүмәт алып, ҡуйылған бурыстарҙың тиҙ арала үтәлеүен тәьмин итә. Шулай уҡ Винер Фәнис улы документ эшенә лә оҫта. 4 йылдай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, коллективта абруй ҡаҙанып та өлгөргән.

“Бөрйән урмансылығы”ның дөйөм майҙаны 322,5 мең м3, 71,7 мең м3 - ылыҫлы, 20,1 мең м3 - ҡаты япраҡлы, 230,7 мең м3 йомшаҡ япраҡлы урман иҫәпләнә.
Ойошманың төп йүнәлештәренең береһе – район халҡын, бюджет ойошмаларын, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм юридик шәхестәрҙе ағас менән тәьмин итеү. Ағымдағы йылда халыҡҡа үҙ ихтыяждары өсөн тотоноуға 509 ағас һатып алыу килешеүе төҙөлөп, 25 497 кубометр ағас бүленгән.
Урмансылыҡ биләмәһендә урманды ағас әҙерләү буйынса ҡуртымға алыусы 6 ойошма иҫәпләнә. Уларҙың йыллыҡ ағас әҙерләү күләме – 97 кубометр тирәһе.
Урман фонды менән ҡулланған өсөн улар иҫәбенән федераль, республика һәм район бюджетына 37 236 818 һум аҡса күскән.
Урманды тергеҙеү буйынса “Бөрйән урмансылығы” 59,38 гектар майҙанда дәүләт заданиеһы үтәгән. Ә урмандарҙы һаҡлау йәһәтенән йығылған ағастарҙы йыйыштырыу, санитар ҡырҡыу эштәре башҡарылған.
2026 йылда Бөрйән урмандарында 5 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Урмансылар янғын хәүефһеҙлеге буйынса ла һөҙөмтәле эш алып бара – урмандарҙа юлдар һалыу, уларҙы рәтләү, аншлаг һәм стендтар ҡуйыу, халыҡ менән әңгәмә үткәреү кеүек эштәр улар иңендә.
Урман янғындары менән «Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһының Бөрйән участкаһы ла көрәшә. Унда 8 хеҙмәткәр иҫәпләнә, бригадиры - Мортаҙа Кинйәбай улы Хәсәнов. Уларҙың төп бурысы – урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау, янғын сыҡҡан осраҡта тиҙ арала һүндереү сараһын күреү. Ойошмала янғын һүндереү өсөн 7 махсус техника бар.
“Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы ағас үҫентеләре үҫтереү, тәрбиәләү, урманды тергеҙеү, таҙалау эштәре менән шөғөлләнә. 34 кешенән торған коллективты Рәзиф Юлай улы Арыҫланғужин етәкләй.
Районда урман хужалығы 7 участкаға – Әсебар, Бетерә, Түбәнге Ағиҙел, Ағиҙел, Ғәҙелгәрәй, Нөгөш һәм Көньяҡ Үҙән биләмәләренә бүленгән. Уларҙың һәр береһендә өлкән мастерҙар эшләй, ә ҡайһы берҙәрендә уларға ярҙамсылар ҙа тәғәйенләнгән. Коллективта үҙ эштәрен урын-еренә еткереп башҡарған, тәбиғәттең киләсәгенә битараф булмаған хеҙмәткәрҙәр тупланған. Күптәре урмансылыҡ эшендә оҙаҡ йылдар эшләй. Мәҫәлән, Яңы Усман ауылынан Фәнил Йосопов Әсебар участкаһына урман мастеры булып 2005 йылда эшкә урынлашҡан. Шунан алып мастерҙың тормошо урман менән тығыҙ бәйләнгән. Уның биләмәһе Йылайыр, Әбйәлил райондары сигенә тиклем. Фәнил Шәрәфулла улы делянка бүлеү, үҫентеләр ултыртыуҙы ойоштороу, уларҙы тәрбиәләү кеүек эштәр менән булыша.

Дөйөм алғанда, быйыл урмансылар тарафынан 31 гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре, былтырғы үҫентеләргә өҫтәмә рәүештә 61,21 гектарҙа ағас ултыртылған, 271 гектар майҙанда агротәрбиәләү үткәрелгән. Унан тыш, урмансылар ағас ултыртыу өсөн ерҙәр һөрә, тырмата, питомниктарҙа ағас үҫентеләре үҫтерә.
Ҡыҫҡаһы, урмансылар үҙ байрамдарын тынғыһыҙ эш өҫтөндә ҡаршылай. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ өлкәһендә мөһим һәм әһәмиәтле эштәр башҡара. Урмандарҙың именлеген, таҙалығын ҡайғыртыусылар булһа ла, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау һәр кемебеҙҙең изге бурысы булып ҡала.
А.Мөхәмәтйәнова.
Автор фотолары