Халыҡ һаулығы - дәүләт байлығы

Һәр көн кеше һаулығы һағында булған аҡ халатлылар ҙур ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ. Сөнки улар - кешенең иң ҡәҙерле байлығы өсөн көрәштә. Районда медицина өлкәһендә 277 хеҙмәткәр эшләһә, шуларҙың 42-һе табип, 140-ы урта медицина персоналы. Был ҙур һәм берҙәм коллективты 2 йыл дауамында баш табип Тимур Рәис улы Насыров етәкләй.

Халыҡ һаулығы - дәүләт байлығыХалыҡ һаулығы - дәүләт байлығы
Халыҡ һаулығы - дәүләт байлығы

-Дауаханала хеҙмәткәрҙәрҙең һәм халыҡтың уңайлығы өсөн ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр индерергә тырышабыҙ. Һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә бер нисә яңы табип эшкә килде. 

Аҙна һайын табиптар, фельдшерҙар менән үлем, ауыр сир осраҡтарын тикшереү үткәрәбеҙ. 2024-2025 йылдарҙа үлем осрағы артһа, ағымдағы йылда был һан сағыштырмаса кәмене. Районда үлем осрағының иң йыш сәбәптәре - ҡан әйләнеше, ҡан тамырҙары сирҙәре һәм онкология. Халыҡты иҫкәртеү, ауырыу башланған ғына осоронда асыҡлап, дауалау өсөн һәр кемдең диспансеризация үтеүен контролдә тоторға тырышабыҙ.

Тыуымға килгәндә, район республика буйынса тәүге баҫҡысты биләй. Шулай ҙа уҙған йылдарға ҡарағанда тыуым да кәмене. 2024 йылда 196 бала тыуһа, 2025 йылда – 156.

Әлбиттә, табиптар етмәй. Онколог һәм ортопед-травмотолог булмағас, Белорет табиптары ситтән тороп консультация бирә. Быйыл ординатура буйынса беҙгә онколог, физиотерапевт киләсәк. Әле хирург, акушер-гинеколог, травмотолог буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Шуныһы ҡыуаныс, сығарылыш класс уҡыусылары медицина өлкәһен һайлайҙар - быйыл 10 уҡыусы медицина буйынса юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшырасаҡ. Иң мөһиме - уҡып бөткәс районға эшкә ҡайтһындар.

Эшкә ҡайтыусыларға шарттар ҙа булдырырға тырышабыҙ. Әлбиттә, торлаҡ менән тәьмин итә алмайбыҙ, уның ҡарауы, фатир өсөн түләүҙең 50 процентын күтәрәбеҙ. Дәүләт тарафынан социаль түләүҙәр ҡаралған – табиптарға ай һайын өҫтәп - 50 мең, шәфҡәт туташтарына һәм фельдшерҙарға 30 мең һум түләнә. “Ауыл табибы” программаһы буйынса табиптар 1 млн 500 мең һум, ә урта медицина персоналы 500-750 мең һум аҡсалата ярҙам ала. Быйылғы йылдан яңы эш башлаған табиптарҙы тәжрибәле табиптарға беркетеү тураһында ҡарар ҡабул иттек.

Районда 25 ФАП-тың 22-һе яңыртылды. 2030 йылға тиклем ҡалған өсәүһе лә эшләнәсәк. Яңы модулле ФАП-тарҙа бөтә шарттар булдырылған, интернет бар. Тимәк, сетерекле осраҡта фельдшер район табиптары менән бәйләнешкә инеп, кәңәшләшә ала. Был бик уңайлы, сөнки оло кешеләргә район үҙәгенә йөрөү үҙе ҙур мәсьәлә. Шулай уҡ ФАП-тарҙа анализдар тапшырырға мөмкин. Ул ҡәнәғәтләнерлек булмаһа, пациент район дауаханаһына йүнәлтелә. Унан инде урындағы табиптар үҙҙәре дауалай, ауыр осраҡ булһа, Белорет йәки Өфө клиник дауаханаларына йүнәлтмә бирелә. Күптәр йыраҡ тип ҡала дауаханаларына йөрөүҙән баш тарта. Был юҫыҡта ла һөйләшеүҙәр алып барыла. Мәҫәлән, Баймаҡҡа яҡын ауылдарҙы Белоретҡа түгел, ә Баймаҡҡа йүнәлтеү буйынса, - тип бәйән итте баш табип.

Тимур Рәис улын, етәксе булараҡ, дауахананың төҙөклөгө, ҡоролмалар булдырыу мәсьәләләре лә борсой. Әле дүрт ҡатлы корпустың ҡыйығын ремонтлау тамамланһа, тиҙҙән баҫҡыстарҙы һәм биналарға ингән урындарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр башланасаҡ. Табиптарҙың эшмәкәрлеген, пациенттарҙың һаулығын тикшереү, дөрөҫ диагноз ҡуйыуҙы тәьмин итеү өсөн гинекология бүлегенә кардиотокограф аппараты, холтер (йөрәк тибешен тикшереү өсөн), электроэнцефалография (водитель таныҡлығына медицина тикшеренеүе үткәндә кәрәкле) һәм лапароскопик ҡоролма алыу буйынса эштәр алып барыла.

Уның эшмәкәрлеге тураһында поликлиника мөдире, участка терапевы Инзиә Салауатова:

-2020 йылда район үҙәк дауаханаһына терапевт-табип булып эшкә ҡайттым.  Ике йылдан поликлиника мөдире итеп тәғәйенләндем. Тимур Рәис улы етәкселек иткән осорҙа амбулатор-поликлиника хеҙмәте һиҙелерлек яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Баш табип етәкселегендә юғары кимәлдәге медицина учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла. Был пациенттар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Һәр пациенттың дауаланыуын контролдә тотабыҙ, ҡатмарлы осраҡтарҙа оператив рәүештә консультациялар ойошторабыҙ һәм юлламалар менән тәьмин итәбеҙ. Коллектив берҙәм – был беҙҙең уңыштың нигеҙе.

Табип хеҙмәте һәр заманда ла халыҡ өсөн бик әһәмиәтле һәм кәрәкле булып ҡала. Беҙҙең төп маҡсат - халыҡҡа ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, ә төп бурыс – беренсе звеноны нығытыу, сирҙәрҙе иртә асыҡлау һәм ваҡытында дауалау. Халыҡҡа медицина ярҙамы асыҡ һәм уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ.

Пациенттарҙың рәхмәте беҙҙең эшебеҙҙең төп күрһәткесе һәм иң юғары баһа.

-Уңайҙан файҙаланып, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Иң беренсе сиратта һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, тотороҡлоҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешергә, пландарҙы тормошҡа ашырырға яҙһын, - тине Тимур Рәис улы. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас