Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт коллективтарында
20 Октябрь 2025, 09:30

“Иң ҙур баһа – балалар рәхмәте”

Ашнаҡсы – ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр. Бигерәк тә мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында эшләгән ашнаҡсылар иңендә ҙур бурыс ята - үҫеп килеүсе быуынды көн һайын тәмле, шул уҡ ваҡытта файҙалы, витаминдарға бай ризыҡ менән туҡландырыу. Вәсилә Сәйфитдинованың Кейекбай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләүенә 24 йыл. Ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергәс, 1995 йылда Ғәҙелгәрәй мәктәбендә эш башлай, унан  һуң, кейәүгә сығып, Кейекбай мәктәбенә эшкә күсә. Шунан алып бөгөнгө көнгәсә уҡыусы һәм балалар баҡсаһы балалары көн һайын ул бешергән тәмле ризыҡтар менән туҡлана.

“Иң ҙур баһа – балалар рәхмәте”
“Иң ҙур баһа – балалар рәхмәте”

Вәсилә Әхәт ҡыҙы эшен яратып, намыҫ менән башҡара. Шуға ла бешергән аштарын олоһо ла, кесеһе лә яратып ашай.  

-Әлеге көндә мәктәптә - 11, балалар баҡсаһында 12 бала бар. Көндәлек ризыҡты мәғариф министрлығы тарафынан ебәрелгән 2 аҙналыҡ менюға ярашлы бешерәм. Унда бөтә төр бутҡалар, аштар, ит ризыҡтары, балыҡ, балыҡ котлеты, былау, рагу, кеҫәл, компот, какао, төрлө турамалар һәм башҡалар ингән. Мәктәп баҡсаһында үҫкән йәшелсәне эшкәртеп, йыл әйләнәһенә балаларҙы витаминлы аҙыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Балалар бигерәк тә иҙелгән картуф, ҡарабойҙай бутҡаһын, итле, һөтлө аштарҙы, кәтлит-тефтелиҙарҙы, ҡамыр аштарын яратып ашайҙар. Бешергәндә тәмле еҫ танауҙарын ҡытыҡлайҙыр инде, ишекте асып, Вәсилә апай, бөгөн картуф йә бүтән ризыҡ ашайбыҙмы, тип һорап китәләр.

Ашарға бешергәндә аҙыҡ-түлектең тәме лә, сифаты ла бик мөһим. Балаларға оҡшаһын өсөн бар тырышлығымды һалам, күңел йылыһын өҫтәйем, - ти үҙ эшенең оҫтаһы.

Эшен ҙур кинәнес менән башҡарған ашнаҡсыны балалар, мәктәп коллективы ғына түгел, тотош ауыл халҡы ихтирам итә. Мәктәп-балалар баҡсаһы етәксеһе Флүрә Сабирйән ҡыҙы:

-Вәсилә Әхәт ҡыҙы үҙ эшенә яуаплы ҡараған, таҙалыҡ яратҡан, ризыҡты тәмле бешергән хеҙмәткәр. Уға  бөтә эште лә ышанып тапшырырға мөмкин, барыһын да урын-еренә еткереп башҡарып ҡуя. Балалар каникулдан, ялдан һуң Вәсилә апайҙары бешергән аштарҙы һағынып киләләр. Һәр ҡайһыһының ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүен белеп бөткән, аппетиты булмаған баланы ла ашатыу юлдарын белә. Аҙыҡтарҙы төрләндереп бешерә. Мәҫәлән, балыҡта витаминдар күп, тик бәләкәй балаларға ашатыу хәүефле. Ә Вәсилә Әхәт ҡыҙы унан телде йоторлоҡ кәтлиттәр әүәләй. Унан тыш, ҡамыр аштарына оҫта – әле ҡоймаҡ ҡойһонмо, булки-ватрушкалар бешерһенме - барыһы ла ҡулынан килә.

Ай һайын ата-әсәләр өсөн асыҡ ишектәр көнө үткәрәбеҙ. Был көндә улар балалары менән бергә ашханала ашайҙар, аҙыҡ-түлектең сифатын тикшерәләр. Әлегә тиклем ашхана тураһында бер ҡасан да насар һүҙ ишектәнебеҙ булманы. Ашнаҡсыбыҙҙан ныҡ уңдыҡ, - ти.

Тәжрибәле ашнаҡсының эше мәктәп администрацияһы, ауыл-район хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының почет грамоталары менән билдәләнгән, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы ла бар. “Шулай ҙа минең өсөн иң ҙур баһа – балаларҙың эскерһеҙ рәхмәте”, - ти Вәсилә Сәйфитдинова.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас