Ойошманың эше тураһында етәксеһе Фазыл Фаил улы Бикбулатов түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
-Бөгөнгө көндә районда 2301 шәхси йорт, 97 коммуналь объект тәбиғи газ менән файҙалана. Йәйге осорҙа 218 км газ торбаларында һәм ундағы ҡоролмаларҙа көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү буйынса регламент эштәр башҡарылды. Был эштәр иҫәбенә газ торбаларын һаҡлау зоналарының техник торошон ҡарау, махсус прибор ярҙамында ер аҫтында урынлашҡан тимер газ торбаларында техник тикшереү үткәреү, изоляцияны яңыртыу, газ селтәрҙәрендә урынлашҡан төрлө диаметрҙағы кран ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү, блоклы, шкафлы газды көйләү пункттарында ремонт эштәре башҡарыу инә.
Ойошма тарафынан район биләмәһендә техник һәм авариялы хеҙмәтләндереү күрһәтелә. Шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙың, ойошма һәм предприятиеларҙың газ ҡоролмаларын төҙөк хәлдә тотоу ҙа беҙҙең иңдә. Уларҙан тыш, газ үткәреү өсөн ғариза ҡабул иткәндән һуң проектын эшләйбеҙ, техник документацияны ла үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.
Ағымдағы йылда район үҙәгендә урынлашҡан түбән баҫымлы газ селтәрҙәрендә тикшереүҙәр (опрессовка) үткәрелде, 8 км газ селтәрҙәрендә торбалар буялды, Ҡурғашлы ауылындағы газды көйләү пункты яңыртылды, 81 шәхси йорт, 2 коммуналь объект газға тоташтырылды, «Шүлгән-Таш» музей комплексына газ торбалары һуҙылды һәм газды көйләү пункты ҡуйылды. Әле лә 2 бригада шәхси йорттарҙы газға тоташтырыу эштәре менән булыша. Әйткәндәй, беҙҙең ойошмала төрлө маркалағы газ плиталары һәм котелдар, тотонолған газды иҫәпләү приборҙары һатып алырға мөмкин.
Әле эшләнәһе эштәр бихисап. Киләсәктә Әтек, Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдарында ҙур күләмдә эш көтә.
Быйыл беҙгә өр-яңы УАЗ-Профи автомобиле бирелде. Башҡа техникалар ҙа төҙөк хәлдә.
Коллектив бик татыу, тәжрибәле эшселәр йыйылған. Бигерәк тә Наил Мырҙабаев, Азамат Йомағолов, Аслан Мырҙабаев, Илнар Һатыбалов, Ғәҙел Ғәликәев, Евгений Быков, Виктор Колеганов, Мансур Исҡужин, Вәсил Юлдашев һәм башҡалар яҡшы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Аслан Мырҙабаев менән Илнар Һатыбалов, йәш булһалар ҙа, бик тәжрибәле иретеп йәбештереүселәр. Улар беҙҙең районда ғына түгел, филиалдың башҡа ойошмаларына ла сығып эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта Илнар Таңатар улы Әбйәлил районында ҡышҡы миҙгел алды эштәрендә ярҙам итә.
Эш йөкләмәләре күп булыуға ҡарамаҫтан, берҙәм һәм тырыш коллектив филиал һәм район эсендә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып өлгөрә. Мәҫәлән, 2025 йылда филиал буйынса үткәрелгән хоккей ярышында призлы урын, волейбол буйынса 1-се урын, «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар ойошмаһы эсендә үткәрелгән саңғы ярышында призлы урын алдыҡ.
Уңайҙан файҙаланып, коллегаларымды, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Һаулыҡ, уңыштар теләйем.