6 июнь - Халыҡ-ара кооперация көнө
Һатып алыусылары уны ихтирам итә, уға ышана. -Иртәнге 9-ҙан киске 11-гә тиклем ике көн эшләйем, ике көн ял итәм. Дүшәмбе һәм йома көндәре магазин һәр саҡ яңы аҙыҡ-түлек менән тулыланып тора.
Күп ерҙәрҙә эшләп ҡараным, хатта Себер яҡтарына ла барып ҡайттым. Хур булманым – яҡшы эшләргә тырыштым. Әммә һатыусынан да ҡулайыраҡ һөнәр тапманым. Дөрөҫ һайлап алған һөнәремдер, тим, эшем бик оҡшай. Яратҡан эш арытмай, ялҡытмай бит ул. Һатып алыусыларым миңә, мин уларға өйрәнеп бөткәнбеҙ. Эш биреүселәрем һәйбәт, кәрәк саҡта ярҙам итеп, хәлемде аңлап торалар. Бергә эшләгән Рәсимә Алтынбаева менән дә яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Аҙыҡ-түлекте фасовкалаусы ярҙамсыбыҙ ҙа бар, - тип ҡыҫҡаса үҙ эше хаҡында бәйән итте тәжрибәле һатыусы.
Төрлө хеҙмәтләндереү өлкәрендә эшләгән кешеләрҙең халыҡҡа йоғонтоһо ҙур. Уларҙың йылмайып һөйләшеүенән күңел күтәрелеп китә, алсаҡ һатыусы эшләгән магазинға инге генә килеп тора.
Магазин хужалары Йәлил һәм Әлфиә Бәшәровтар Миңзәлә апай хаҡында: “Эшенә бар күңелен һала. Теге йәки был сәбәп сыға ҡалһа ла, эшен беренсе урынға ҡуя. Сирләп фәлән китһә лә, борсолоп тора. Хәҙер ундай һатыусылар юҡтыр ул, булһа ла, бик һирәктер. Тырыш, уңған, өлгөр хеҙмәткәребеҙ булғанға ҡыуанабыҙ ғына”, - тиҙәр.