Бөтә яңылыҡтар

Республикала уртаса эш хаҡы күпме?

Башҡортостанда 2023 йылдың 10 айында уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы билдәләнгән.

Республикала уртаса эш хаҡы күпме?
Республикала уртаса эш хаҡы күпме?

Ул 54 943 һум тәшкил иткән. Был 2022 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 15,4 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта реаль эш хаҡы 11,2 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте республика статистиктары.

2023 йылдың октябрендә уртаса хеҙмәт хаҡы 56 903 һумдан ашҡан. Был 2022 йылдың октябре менән сағыштырғанда 12,4 процентҡа күберәк.

“Башинформ” мәғлүмәте.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-10/v-bashkirii-nazvali-srednyuyu-zarplatu-3597028

Автор:
Читайте нас: