Был ярҙам дәүләт ойошмаларына (муниципаль учреждениелар) ҡағылмай.
2023 йылда районда был программа сиктәрендә “Алаҡуян” муниципаль унитар предприятиеһы эш биреүселәрҙе субсидияға һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғариза бирә һәм еңеп сыға. Мәшғүллек үҙәге тарафынан был ойошмаға инвалидлыҡҡа эйә булған 1 гражданин стажировка үтеүгә йүнәлтелә һәм хеҙмәткәргә түләгән эш хаҡы, страховка иғәнәһе ойошма иҫәбенә кире ҡайтарыла.
Эш биреүсе шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, муниципаль унитар предприятие инвалид өсөн махсус эш урыны булдырған осраҡта 80 мең һум күләмендә субсидия ала. Уны кире ҡайтарырға кәрәкмәй. Программала ҡатнашыу өсөн ғариза менән мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был субсидия менән 2022 йылда «Иҫке Собханғол» МУП-һы уңышлы файҙаланған. Унда Әхмәт Иҫәнғужин өсөн 1 махсус эш урыны булдырыла. Ойошмала ул бер йылдан ашыу эшләй һәм үҙенең эше менән бик ҡәнәғәт. 2023 йылда субсидия менән “Алаҡуян” МУП-һы ҡулланған – ул 1 инвалид өсөн “видеокүҙәтеү операторы” вазифаһын булдырған. Был программа буйынса эш биреүсе 3 йыл дауамында квартал һайын мәшғүллек үҙәгенә отчет тапшырырға тейеш.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын квоталау уларҙың мәшғүллеген ойоштороуҙың бер юлы. Норматив акттарға ярашлы, кәмендә 35 һәм унан күберәк кеше эшләгән ойошмаларҙа сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары булдырылырға тейеш. Бөгөнгө көндә квоталы эш урындарын районда Аҫҡар, Иҫке Монасип мәктәптәре (ҡаҙанлыҡ операторы), Иҫке Собханғол мәктәбе (педагог-ойоштороусы), район мәҙәниәт һарайы (мәҙәни саралар ойоштороусы), “Баҙал” биҫтәһендәге 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы (һаҡсы) булдырған.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға мәшғүллек үҙәгендә профилләү, һөнәри йүнәлеш, психологик ярҙам, социаль адаптация буйынса буйынса бушлай хеҙмәттәр күрһәтелә. 2023 йылда райондағы мәшғүллек үҙәгендә мөмкинлеге сикләнгән 8 кеше иҫәптә тора. Мөрәжәғәт иткән һәр гражданин дәүләт иҫәбенә уҡый, ҡайтанан әҙерлек үтә, квалификацияһын күтәрә ала.