Юлсыларҙың хеҙмәте барыһының да күҙ алдында: ҡайҙалыр асфальт һалына, йыл дауамында автомобиль юлдары грейдер ярҙамында тигеҙләнә. Ай һайын юл ситтәре, туҡталыштар сүп-сарҙан, ҡышын ҡарҙан таҙартыла, шулай уҡ юл билдәләре буяла.
Производство-техник бүлек начальнигы Айрат Баязитов биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 8903 метр барьер ҡоймалары, 9 автопавильон буялған. Юл билдәләрен һәм туристик йүнәлештәге билдәләр, йәйәүлеләр үткәүелдәренә билдәләр ҡуйыу, горизонталь разметкалар һыҙыу, сигнал тумбаларын урынлаштырыу һәм алмаштырыу, юлдарҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы тоҙ-ҡом ҡатнашмаһы менән эшкәртеү, автомобиль юлдарындағы 10 күперҙе буяу эштәре башҡарылған. Бөтә автомобиль юлдары ситтәрендәге үләндәрҙе сабыу, Иҫке Собханғол-Ҡағы, Иҫке Собханғол-Темәс,
Иҫке Собханғол-Мораҡ, Аҫҡар юлдарында ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу эштәре теүәлләнгән. 1980 квадрат метр юлда соҡорҙарҙы эҫе асфальт бетон менән ремонтлау эштәре тамамланған.
Автомобилдәр хәрәкәтенең артыуы юл сифатына яңы талаптар ҡуя. Ҙур иғтибар талап иткән ҡырсынташлы юлдар ГОСТ һәм СНиП талаптарына яуап бирә. Юлсылар хеҙмәтләндергән автомобиль юлдарында юл торошона бәйле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәгән.
Территориаль заказ буйынса төбәк һәм муниципаль-ара Иҫке Собханғол-Темәс, Иҫке Собханғол-Мораҡ, Әтек, Тимер, Әбделмәмбәт йүнәлештәрендә юлдарҙа эштәр башҡарылған, Ҡағы-Иҫке Собханғол юлының туҙған ҡатламы йүнәтелгән. Августа Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлының 33-39-сы саҡрымы ремонтланған. Иҫке Собханғол - Темәс автомобиль юлының төрлө урындарында 5 саҡрым юл рәтләнеп, файҙаланыуға тапшырылған.
Урындағы Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр, Нәби – Яңы Монасип, Мәҡсүт ауылдары юлдарында ла ремонт үткән.
Алда яуаплы һәм ҡатмарлы ҡыш осоро. Бөрйән участкаһының урам-юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн техникалары әҙер.
- Әлбиттә, Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығына ҡушылғас, эштәр бер аҙ ҡатмарлашты. Әбйәлилгә барып йөрөүе лә алыҫыраҡ, ҡайһы бер вазифалар ҙа алмашынды. Әммә был үҙгәрештәр юлсыларҙың эш тәртибенә йоғонто яһамай - юлсылар һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә үҙ эштәрен намыҫлы башҡара. Береһен дә айырып әйтке килмәй, барыһы ла тырыша, һәр кем үҙ эшенең оҫтаһы, - ти кадрҙар буйынса белгес Хафиза Аллабирҙина.
Салауат Баязитов, Ноғоман Теләүбаев, Фәнис Буранбаев, Азат Фәтхетдинов Луганск Халыҡ Республикаһында Красный Луч ҡалаһында асфальт түшәйҙәр. Илдус Йортбағышев исемле егет юл хужалығы өлкәһендә бер нисә ай ғына эшләп өлгөрә - мобилизацияланып, махсус хәрби операцияға юллана. Водителдәр Фәтих Мансуров, Илфат Ишбулатов, Илнур Ҡасҡынбаев, Марсель Миндеғолов, Ришат Исҡужин, Рөстәм Сафиндар ваҡыт менән һынашмай, алһыҙ-ялһыҙ эшләгән тырыш эшселәр рәтендә. Тракторсы Фәнил Мырҙабаев, асфальт һалыусы машинист Иҙел Абдуллин, йөк тейәү машинисы Ильяс Сафин да йөкмәтелгән бурыстарын еренә еткереп башҡаралар. Каток машинисы Данил Буранов, прораб Даян Ҡаһармановтың эше менән дә ҡәнәғәт етәкселек. Юлдарҙың сифатын тәьмин итеүҙә уларҙың өлөшө ҙур.
Еңел булмаған шарттарҙа, эҫе һәм һыуыҡ, ямғыр һәм ҡар, тип тормай, район юлдарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һәр ҡайһыһы мөһим эш башҡара. Һәр күрһәткес һәм һандар артында уларҙың яуаплы һәм көндәлек хеҙмәте ята.