Райондың 73-се янғын һүндереү часе коллективында 35 кеше эшләй. Был хеҙмәт менән оҙаҡ йылдар Шамил Ниғмәт улы Хәкимов етәкселек итә.
-Егеттәрҙең барыһы ла эшенә яуаплы ҡарай, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡарырға тырышалар. Янғын һүндереү эшенә 20 йылдан артыҡ ғүмерҙәрен бағышлаған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәребеҙ бихисап: Зәйтүн Мырҙағолов, Илшат Фәйзуллин, Камил Ҡәҙерғолов, Камил Вәлиев, Айбулат Абдрахманов, Урал Байбулатов, Фәнис Ҡотломөхәмәтов, Дамир Мирасов, Фәнил Ҡолдәүләтов, Фәнис Теләүбаевтар йәштәргә үрнәк һәм өлгө булып торалар.
Ағымдағы йыл башынан, йәғни 4 ай эсендә, районда 9 янғын осрағы булды. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙа бер кеше тән йәрәхәте алды. Янғын сығыуҙың төп сәбәбе - кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе. Күпселек осраҡта янғындар яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырыу, электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыға.
Яҙ башланыу менән республикала янғын осраҡтарының йышайыуы күҙәтелә. Өйҙәр, урмандар яныу осраҡтарын бөтәбеҙ ҙә ишетеп, белеп торабыҙ. Ошондай бәлә-ҡазалар булмаһын өсөн уяу һәм һаҡ булайыҡ.
Башҡортостанда 17 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, ауыл эсендә, шәхси биләмәләрҙә ҡый үртәү ҡәтғи тыйыла. Ҡағиҙәне боҙоусыларға 10 мең һумдан башлап штрафтар ҡаралған.
Өйҙәргә янғын иҫкәрткестәр ҡуйыу мотлаҡ. Улар ярҙамында әллә күпме кешенең ғүмере һаҡланып ҡалына.
Әлеге ваҡытта 20 ауыл янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Шуларҙың 7-һе - янғын һүндереү машиналары, 13-ө – тағылма цистерналар. Ауылдағы ирекле янғын һүндереүселәр беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Улар беҙ барғанға тиклем янғындың таралыуына юл ҡуймай.
Форсаттан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде, янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым.
Тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, - тине Шамил Ниғмәт улы.
Хөрмәтле райондаштар, янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тағы бер ҡат иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, янғындарға юл ҡуймайыҡ, ут сыға ҡалһа, 101, 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.