Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙекеләр - беренсе!

Март аҙағында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика Пленумында тармаҡтың “Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бындай конкурс йыл һайын үткәрелә һәм Бөрйән район үҙәк дауаханаһы унда йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Беҙҙекеләр - беренсе!
Беҙҙекеләр - беренсе!

Конкурста ойошманың эше 4 категория буйынса баһалана: учреждениеның төп финанс-иҡтисади күрһәткестәре; хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеге һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү; хеҙмәткә түләү һәм социаль гарантиялар; хеҙмәтте һаҡлау.

2022 йыл йомғаҡтары күрһәтеүенсә, барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла Бөрйән район үҙәк дауаханаһы (ул ваҡытта баш табип И. Фәтҡуллин) Башҡортостандың ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау ойошмалары араһында беренсе урын яуланы. Әйткәндәй, дауахана 2019 йыда ла ошо конкурста беренселекте яулаған.

Район үҙәк дауаханаһын, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: